Мәҙәниәт
7 Июня 2021, 05:20

Көтөлгән байрам яҡынлаша

Фольклориада ҡайһы райондарҙа һәм ҡасан була?

Тиҙҙән Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай.
Үҙәк фестиваль округы: Салауат ҡалаһында саралар - 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында 9 июлдә үтә;
Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә;
Төньяҡ-көнбайыш округы: Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә;
Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейем парадын әҙерләгән. Концерттарҙың барыһы ла асыҡ һауала үтә. Байрамға килгәндәрҙең битлек кейеүе мотлаҡ.
Читайте нас