Мәҙәниәт
7 Июня 2021, 06:00

ҠУНАҠТАР 48 ИЛДӘН КИЛӘ

VI Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтарын Мәскәү ирекмәндәре ҡаршы аласаҡ.

VI Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтары Өфөгә Мәскәү аша килә. Уларҙы Мәскәү ирекмәндәре ҡаршы аласаҡ. «Мосволонтер» дәүләт ресурс үҙәге ирекмәндәре командаһы килгән ҡунаҡтарға аэровокзал территорияһында юл күрһәтеп торасаҡ. Бөтәһе 3 аэропорт эшләйсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдә Башҡортостан 2 меңгә яҡын фольклориадала ҡатнашыусыны ҡабул итә. Күләмле проектта үҙҙәренең мәҙәниәте һәм йолалары менән 48 ил таныштырасаҡ. Улар араһында: Австрия, Греция, Мысыр, Израиль, Испания, Кения, Коста-Рика, Непал, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Папуа Яңы Гвинея, Панама, Перу, Румыния, Того, Франция, АҠШ, Чили, Швейцария, Эквадор, Эстония һ.б. бар.
Читайте нас