7 июндән 11 июнгә тиклем Ҡазан ҡалаһында төрки халыҡтарҙың XV Халыҡ-ара “Науруз” театр фестивале үтә. Был фестиваль – Рәсәй Федерацияһының милли театрҙары ҡатнашлығында йыл һайын үткәрелеп килгән ҙур мәҙәни сара, ул Татарстан Республикаһында 1998 йылдан алып уҙғарыла.
Быйыл фестивалгә Рәсәйҙең милли республикалары менән бергә Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан кеүек яҡын сит илдәрҙең театр коллективтары ла йыйыла. Мәҙәни йыйында меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фестивалгә Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы буйынса Дамир Йоосопов менән режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған “Гөлбостан” спектаклен алып бара. Спектакль Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә 10 июндә, 19.00 сәғәттә күрһәтелә.
Республикабыҙҙың абруйлы театры коллективына уңышлы сығыш, хәйерле сәфәр теләйек!
Ошоноң ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты ҡуйған бурыстарҙың үтәлешенә лә тура-тура булышлыҡ итә. “Науруз” фестивале лә милли театрҙарға үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өсөн етди ижади майҙансыҡ һанала.