Мәҙәниәт
25 Июня 2021, 04:40

Ауылпиада — күңел байрамы

Йәнекәй ауылы клубы мөдире Идия Ғәлимова ниндәйҙер рәсмилектән йыраҡ торған, ябай, ситтән килгәндәрҙе түгел, ә күберәк ошонда йәшәгәндәрҙе ҡәҙер итеүгә ҡоролған йыйын үткәреү теләге менән яна. Сараны буласаҡ Фольклориадаға бағышлап, жанрын ҡайҙалыр ишеткән һүҙ менән «ауылпиада» тип атай.

Элекке «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ҙы күптәр һағынып иҫкә ала. Кеҫә телефоны, интернет юҡ ваҡытта кешеләргә һирәкләп осрашыу үҙе бер ғүмер ине. Берҙән, хәҙер был байрамдар йыш ойошторола, икенсенән, улар үтә рәсмиләште һәм ауылдаштарҙан бигерәк саҡырылған ҡунаҡтарҙы хөрмәтләү сараһына әүерелеп китте. Шуға Йәнекәй ауылы клубы мөдире Идия Ғәлимова ниндәйҙер рәсмилектән йыраҡ торған, ябай, ситтән килгәндәрҙе түгел, ә күберәк ошонда йәшәгәндәрҙе ҡәҙер итеүгә ҡоролған йыйын үткәреү теләге менән яна. Сараны буласаҡ Фольклориадаға бағышлап, жанрын ҡайҙалыр ишеткән һүҙ менән «ауылпиада» тип атай.
Дөрөҫөн әйткәндә, Идияның башына был идея биш йыл элек Венгрияға, Төрки телле илдәрҙең ҡоролтайына барғанда уҡ килә. Бында ул үҙенең Рәхмәт клубы янындағы «Умырзая» фольклор төркөмө менән ауылдашы, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова саҡырыуы буйынса бара. Идия Миҙхәт ҡыҙы Венгрияла ябай эшсән халыҡты, бигерәк тә ир-егеттәрҙе хөрмәтләй белеүҙәренә, ғаиләлә атай абруйына оло әһәмиәт биреүҙәренә хайран ҡалып, Әбйәлилдә лә ошоға оҡшаш берәй йыйын үткәреү уйы менән ҡайта.
Ошо уҡ сәфәрҙә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы әйтеп ҡуйған хәбәр уның башына тағы бер уй төшөрә. «Мин Рәхмәттә үҫһәм дә, атайым колхоз рәйесе итеп ебәрелгән саҡта Йәнекәйҙә тыуған бит ул. Кендек ҡаным шунда тамған, иң тәүҙә Биҙгенде һыуында ҡойондорғандар», — тип аптырауға һала ғалимә.
Һәм бына уҙған шәмбелә ошо Венгрия тәьҫораттары нигеҙендә тыуған идеяы Идия Ғәлимова Йәнекәй халҡы ярҙамында «Йәнтөйәгем Йәнекәй» исемле ауыл байрамы рәүешендә уҙғарып ебәрҙе. Сараға Фирҙәүес Хисаметдинова һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина саҡырылды.
Халыҡҡа матди көс төшөрмәҫ өсөн баштан уҡ «Бөтә ер таҙа булһа етә, буяп, яңыртып ыҙаламағыҙ, был ауылдаштар осрашыуы түгел» тип ҡабат-ҡабат әйтелһә лә, ғаиләләр ғәҙәт буйынса геү килеп ауылды төҙөк-ләндереүгә тотонғас, һәр урам өҫтәл ҡуйырға ла теләк белдергәс, шулай тағы халыҡ теләге буйынса ауылпиадаға «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» элемент-тарын индерергә мәжбүр була ойоштороусылар.
Йәнекәй — бәләкәй һаналһа ла, һүнеп барыусы ауыл түгел. Эргәлә ике ҡаланың булыуы, йөрөп эшләү мөмкинлеге йәштәрҙең тыуған төйәктә ҡалып йорт һалыуына булышлыҡ итә. Йәштәр исемен йөрөткән матур заманса өйҙәрҙән торған урам барлыҡҡа килгән. Тик был ике ҡатлы йорттарҙы йылытыу өсөн газ булмауы ғына ҡыйын. Йәштәр урамы халҡы аҡ сатыр ҡороп ҡунаҡтарҙы үҙенсәлекле ҡаршы алды. Уларҙың күмәклеге берҙәм, татыу булыуҙары хаҡында һөйләй ине. Абҙаҡ мәктәбенә йөрөп эшләүсе башланғыс кластар уҡытыусыһы Физалия Әхмәтйәнова байрамға бағышлап шиғыр ҙа яҙған. 10 йортта йәшәгән 47 кешенең, шул иҫәптән 27 баланың һәр береһенең иң яҡшы яҡтарын шиғри юлдар менән тасуирлап сыҡты ул.
Шайморатов, Кусимов, Юлаев урамдары халҡы ла күмәк көс менән бай өҫтәлдәр әҙерләгәйне. Башҡорттоң «Аш — ашҡа, урыны башҡа» тигән мәҡәлен тотоп, һәр урам үҙенсә — кемдер бишбармаҡ, кемдер былау, кемдер варениктар бешергән ине. Урамдарҙан тыш, Мәрйәм һәм Биктаһир Йәнһариндар, Таңсулпан һәм Ишбулат Тайыповтар, Рәфидә Нафиҡоваларҙың ғаиләләре «үҙ белдектәре» менән урамға өҫтәл ҡуйыуҙары асыҡланды. Ана шул башҡорттоң самаһыҙ ҡунаҡсыллығы файҙаға ла булмай китә: шул арҡала сараның төп өлөшө бик һуңлап башланды.
Байрам флагын күтәреү хоҡуғы тырыш эшҡыуар, өлгөлө ғаилә башлығы, дүрт бала атаһы Азамат Абсаҙыевҡа һәм уҡыу алдынғылары Азалия Абсаҙыева менән Лиана Дауытоваға бирелде. Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин тәбрик һүҙҙәре әйтеп, фатихаһын биргәндән һуң Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Дауытов Йәнекәй ауылы тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап үтте.
Бына ошо урында «Ынйы» фольклор ансамбле ағзалары Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының Йәнекәйҙә донъяға килеүен, бығаса бала-сағаһы үлеп тик торған Хисаметдиновтарҙың сабыйына кендек инәһе Вәсибъямал әбейҙең эт күлдәге тегеп кейҙереүен һәм ауыл ҡатындарының бәпес күрергә йыйы-лыуын сәхнәләштергән тамаша менән был байрамды ойоштороуҙың бер маҡсаты үтәлде. Шул бәпестән үҫеп, күренекле ғалимә дәрәжәһенә еткән Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы йәне-кәйҙәргә оло рәхмәтен белдерҙе. «Мин Өфөнән ҡайтҡанда ташлыраҡ булһа ла, Йәнекәй аша юлды һайлайым. Сөнки тегеләй ҙә, былай ҙа үткән һайын үҙемде тәүгә ҡойондорған шишмәгә тәңкә һалыу ғәҙәтем бар. Ул миңә Рәхмәттәге Һыуһар ҡойоһо кеүек үк яҡын. Биҙгенде һыуын һыулаған кешеләр рухлы, булдыҡлы, дәртле була тигән фекерҙә йәшәй инем, бөгөнгө сара тағы бер тапҡыр шуны раҫланы. Был башланғысты таратыр кәрәк, бындай күңел байрамдары рухты юғалтмаҫ өсөн иң тәүҙә халыҡтың үҙенә кәрәк», — тип был сараға тағы бер матур исем биреп ҡуйҙы арҙаҡлы яҡташыбыҙ.
Артабан алып барыусы Идия Миҙхәт ҡыҙы сәхнәгә «Йәнекәйҙең йәме, алтын бағаналары» тип атаған абруйлы ир уҙамандары Фазыл Хөсәйенов, Рафаэль Әхмәтйәнов, Илшат Әхмәтйәнов, Марат Абсаҙыев һәм Таһир Дауытовтарҙы саҡырып, һәр береһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, ауыл эшҡыуарҙары әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Ә инде улар янына аталарына лайыҡлы булып үҫкән улдарын һәм үҫеп килеүсе ейәндәрен дә сығарып баҫтырғас, оло сәхнә тулды ла ҡуйҙы. Артабан ошо ил ағаларының үксәһенә баҫа-баҫа олоғайып килеүсе урта быуын ир-аттар, күп бала тәрбиәләүсе атайҙар тәбрикләнде.
Әлеге мәлдә Йәнекәй ауылында 16 йәшкә тиклемге 102 бала үҫә. Был бәләкәй ауыл өсөн ҙур һан уның киләсәкле булыуы тураһында һөйләй. Өстән ун йәшкә тиклем балалар йырлап шар осорған саҡта йәш әсәләр оҙатыуында коляскалар парады барҙы. Ауылда 100-сө бала булып тыуған Зилдә һәм Әмир Дауытовтарҙың Байназар исемле улына туғандары коляска бүләк итте. Ауыл балаларын ҡырҡ йылға яҡын уҡытып-тәрбиәләгән педагогтар Зәйнәп Муллағәләмова һәм Нәйрә Хөсәйенова ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина: «Шәхестәрен данлаған милләттең генә киләсәге була. Матур өлгө күрһәтәйек йәш быуынға», — тигән һүҙҙәр менән бер төркөм йәнекәйҙәрҙе бүләкләү өсөн сәхнәгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзалары, ауылдағы һәр сараны ойоштороу эшендә ҡайнап йөрөгән Гөлсара Дауытова, Фәниә Мөхитдинова, Гөлсирә Хөсәйенова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең рәхмәт хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар ауыл клубын етәкләгән һәм хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан мәҙәниәткә хеҙмәт итеүен дауам иткән Алһыу Истамғолова «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» исемле миҙалға лайыҡ булды. Ә инде Шәғәле Мостафин, Ҡотдос Мырҙин, Исмәғил Нафиҡов, Мәүлиха Байгилдина, Мәм-дүҙә Хөсәйенова, Заһита Сөнәғәтова, Мәрүәт Дауытова, Кинйәбикә Мыр-ҙина, Сәүиә Рафиҡоваларға «Һуғыш балалары» танытмаһы тапшырылды.
Байым мәктәбе директоры Зилә Зарипова уҡыу алдынғыларын, Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин әүҙем мәҙәниәтселәрҙе бүләкләне. Ғөмүмән, баштан нисек уйланылған — шулай булды, берәү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы: алтын парҙар, күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр, юбилярҙар, спортсылар, йомарт эшҡыуарҙар... Бөтәһен дә исемләп һанап бөтөү мөмкин түгел. Шулай ҙа бер кеше хаҡында айырып әйткем килә: баштан уның шәплегенә иғтибар биргәйнем, сара аҙағынаса фекерем үҙгәрмәне. Һәм һәр ауылға бына шундай егәрле «халыҡ хеҙмәтсеһе»нә эйә булыуҙарын теләр инем. Һүҙем — ауыл Советы депутаты Заһир Дауытов хаҡында. «Ошондай ярҙамсым булмаһа, шулай уҡ биләмә башлығы Даян Зәбир улы ҙур матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алмаһа, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп тормаһа, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы шулай йүгереп йөрөмәһә, мин бындай ҙур эште атҡарып сыға ла алмаҫ инем», — тине сара һуңынан Идия Ғәлимова.
Байрамды урындағы таланттарҙың музыкаль номерҙары биҙәне. Айырыуса өс йәшлек игеҙәк малайҙар Нурис менән Нургиздең башҡорт егеттәре бейеүе концерттың йәме булды. Тирә-йүндә спорт ярыштары, күңел асыу уйындары барҙы, айырыуса ҡыҙыу булды. Йәнекәй улы, Абҙаҡ мәктәбендә билбаулы көрәш буйынса Рәсәй чемпиондары тәрбиәләгән Салауат Дауытов ойошторған, уның ҡустылары Алмаз һәм Илсур Дауытовтар бағыусы булған көрәш майҙанындағы алышта еңеп, һарыҡтарҙы иңдәренә һалыусылар Булат Абдрахманов менән Альфред Миңлебаев булды. Иртәнге унда башланған байрам ҡараңғы төшкәнсе дауам итте. Төшкө ашҡа өс Дауытовтар ғаиләләре салған ҡорбан һарыҡтар итенән бишбармаҡ бешерелде.
Сараны ойоштороусы Идия Ғәлимова: «Ҡуйған маҡсатыма ирештем, Фирҙәүес апай атағанса һәм мин теләгәнсә, ауылпиада – ысын күңел байрамы булып килеп сыҡты», — тип эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Клуб мөдиренең Рәхмәт ауылынан Йәнекәйгә йөрөп эшләүенә әле йыл ярым ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, шундай ҙур эшкә тотоноп, юғары кимәлдә атҡарып сыға алыуына, ғөмүмән, ауылдың мәҙәни тормошона ут ҡабыҙып ебәреүенә йәнекәйҙәр ауыҙынан да бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килде.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас