Мәҙәниәт
25 Июня 2021, 04:35

Ҡайтам әле тыуған яғыма...

Үткән шәмбе Исҡужа ауылында ла «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы уҙҙы.

Калинин исемендәге колхоздың Тәпән фермаһында эшләгән атайым: «Әйҙә, Орсоҡҡа ҡымыҙға барып киләйек әле», — тиһә, бәләкәй генә булһам да, йәһәтләп ат егелгән арбаға менеп ултырам. Сөнки Орсоҡҡа барыуҙы ниндәйҙер әкиәти донъяға барыу кеүек хис итә торғайным. Бына Ҡулҡа тауын аша артылдыңмы, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ төҫлө аҡ томанға уранған, тирә-яҡҡа аңҡыған мәтрүшкә, еләк, ҡымыҙ еҫтәренә сорналған ауыл күренә... Йылҡылар кешнәшә, бейәләрҙе кәртәгә киске һауынға ҡыуалайҙар һәм бер аҙҙан биҙрәләргә дөбөр-дөбөр һөт аға башлай. Эйе, ул заманда иң тәмле ҡымыҙ Орсоҡ фермаһында булды. Ауылдың ҡатындары ҡымыҙ беште, әллә нисә быуын ир-ат йылҡы көттө, тормош гөрләп торҙо.
Бөгөн Исҡужала (ауылдың рәсми исеме шулай) фельдшер-акушерлыҡ пункты менән клубтан башҡа урында эш юҡ. Шулай ҙа кемдер ауылды ташлап, күсеп киткән тигәнде ишеткәнем юҡ әле. Киреһенсә, орсоҡтар үҙҙәренә генә хас сәм, дәрт, тырышлыҡ һәм дөргөнлөк менән Ирәндек ҡосағына һыйынған, ҡышҡыһын да туңмаған йәмле Сөрөлдәк шишмәһе буйындағы ыҡсым һәм ҡупшы ғына ауылдарында бынамын итеп донъя көтөүҙәрен дауам итә. Йәштәр береһенән-береһе уҙҙырып, ҙур йорттар күтәрә, бәпестәр тыуа, малдар һаны ишәйә, мәрхүм атай-әсәйҙәр нигеҙҙәре лә һыуынмай, балалары был өйҙәрҙе төҙөк итеп тота. Булдыҡлы ир-егеттәр вахтаға йә Магнитогорск металлургия комбинатына йөрөп эшләй, ситкә китергә теләмәгәндәре төрлө төҙөлөш эштәрендә аҡса таба, һәр йортта бер нисә баш һыйыр малы, тиҫтәләгән һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫырала, йылҡы тотоусылар ҙа етерлек. Йылғаны быуып, унда төрлө балыҡтар ебәреп үрсеткәндәр, хәҙер балыҡ ҡармаҡларға ауыл ирҙәре генә түгел, күрше мишәрҙәр һәм ҡусҡарҙар ҙа килеп етә икән. Уңған хужабикәләр балалар баҡсаһы юҡ тип тормай, сабыйҙарын өләсәй ҡарамағына ҡалдырып, һыйырҙың һөт-ҡаймағын ҡалаға ташып һата, еләкле, бәшмәкле мәлдәрҙе лә буш үткәрмәй, биҙрәләп һатыуға сығара, миҙгелендә оҙон ҡышҡа етерлек аҡса туплап ҡала. Сөрөлдәк, Үҙәк һәм Мәктәп — ни бары өс урамдан торған ауылдың 30-лаған йортонда кеше йәшәй. Шулай әҙ генә булғанғамы, бигерәк татыу улар — һарыҡ ҡырҡыу, мал һуйыу, өй йыуыу кеүек эштәрҙе йәһәт кенә йыйылып, өмәләп атҡаралар. Дөйөм эш тигәндә берәү ҙә йыбанып, елкә тырнап ятмай, дәррәү күтәрелә. Былтыр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектына ҡушылып, зыяратты тимер бағаналар ултыртып, 3D сетка менән яңынан кәртәләп ҡуйғандар. Орсоҡтарҙы дәртләндереп, һәр эште башлап йөрөүсе депутаттары Рөстәм Йәмилхин да, старосталары Ғәҙел Ниғмәтуллин да шәп. Уларҙың халыҡҡа һүҙе үтә, үҙҙәре лә ауылдаштарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын табырға тырыша.
Ауыл менән таныштырыу барышында заманса ҡойма-ихаталарҙы күреп, һәр өйҙә сәмсел, тырыш хужалар йәшәүенә инанаһың. Гөлназ, Таһир Ғәлиуллиндар, Фәриҙә, Рафил Йәмилхиндар, Айһылыу, Әхмәр Мохтаровтар, Гөлнара, Вәли Сәйәховтар, Лилиә, Илнур Вәлиевтар, Гүзәл, Рөстәм Йәмилхиндар, Ишһылыу, Самат Ниғмәтуллиндар, Нуридә, Фәнис Ниғмәтуллиндар, Әлиә, Йәҙгәр Хәсәновтар, Зөһрә, Ильяс Ниғмәтуллиндар (Зөһрә ошо төпкөл ауылдың шәп почтальоны ла), Флүрә, Тимерхан Вәлиевтар, Сәлимә, Рәшит Насирйәновтар, Фәйрүзә, Ишбулды Хәсәновтар — былар Орсоҡтоң йөҙөн билдәләүсе ғаиләләрҙең бер нисәүһе генә әле. Бына Әхтәр Мохтаров шәп тимерсе икән, уның оҫта ҡулдары теймәгән ҡапҡа, баҡса юҡ тиҙәр ауылда. Фирҙәүес Ғәлиуллина ҡунаҡтарҙы һый тулы өҫтәл, яғымлы йөҙ менән ҡаршы алып, шау сәскәле донъяһы менән һоҡландырҙы. Әсәһенең эргәһендә улы Әлфир шлакоблоктан йорт күтәргән. Афған һуғышы ветераны Азат Йәмилхин да уңған хужа булып танылған. Ауылдың аҡһаҡалы Исмәғил Мофаззаловтың кәңәшенә Исҡужала йәшәүсе һәр кем ҡолаҡ һала. Рәсих Йәмилхин, Фәрит Ғәлиуллин атай нигеҙен һыуытмай, йорт-ҡураһын тәртиптә тота. 84 йәшлек Хатип апа Ғафаровтың өйө лә урамға йәм биреп ултыра. Фәриха һәм Әхәт Мәхмү-товтарҙың йорто, үҙҙәре мәрхүм булһа ла, буш тормай, унда ҡыҙҙары Ләйсән нигеҙ ҡотон һаҡлап йәшәй. Ауылдың алыштырғыһыҙ фельдшеры Фирүзә Сөләймәнова (ул хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, әле лә ауылдаштары сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә) тормош иптәше Рәшит Мохтаров менән алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уңған ҡатын эшендә лә маҡтаулы, ауылдың йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай, йырлай ҙа, бейей ҙә, баҡса ла үҫтерә. Уларҙың йорто алдындағы өҫтәл муллығы менән хайран ҡалдырҙы. Яңыраҡ ҡына 75 йәшен билдәләгән Рәйсә Ниғмәтуллина был көндө ҡунаҡ йыйыуына ҡарамаҫтан, урамы намыҫын яҡлап, өҫтәл ҡуйырға өлгөргән һәм унда туҡтаған һәр кем Рәйсә инәйҙең күпереп торған буҙаһынан, үҙе тирмәндә тартып, төйөп бешергән телде йоторлоҡ тәмле бойҙай бутҡаһынан ауыҙ итте. Рөстәм Йәмилхиндың тау башында балҡып ултырған йорто алдында ул үҙе эшләгән «Мин Орсоҡто яратам» тигән баннер янында фотоға төшөргә теләүселәрҙән сират йыйылып китте.
Байрамдың рәсми өлөшөн ауыл ҡыҙҙары һәм килендәренән торған «Йәйғор» фольклор төркөмө «Әбйәлил» йыры менән асты. Бала сағы ошо ауылда үткән Фирғәт Шакиров әрүахтар рухына аят бағышланы. Әллә күпме балаларҙың башланғыс кластары уҡытыусыһы, хаҡлы ялдағы Нәйлә Йәмилхина Исҡужа ауылының тарихын бәйән итте. «Беҙҙең ауылға 1842-1850 йылдарҙа Исҡужа Әбдрәшитов исемле уҙаман нигеҙ һалған. Уның Йәмилха һәм Ҡотләхмәт исемле улдары була — шуларҙың вариҫтары бөгөн ауыл халҡының күпселеген тәшкил итә, — тип һөйләне уҡытыусы. — Артабан улар Орсоҡ йылғаһы буйына йорттар һалып ултырған. Йылғабыҙ кирегә өйөрөлөп ағып, Ҡыҙылға ҡойғанға Орсоҡ тип йөрөтөлә һәм ауылдың икенсе исеме лә ошо атамаға бәйле. Колхозлашыу осоронда бында хужалыҡтың аттары урынлаша һәм ҡымыҙ фермаһы асыла. Тәүге бригадир Хәмит Ғәлиуллин була. Ул мәлдә мәсет мәктәп итеп үҙгәртелә. Тәүге уҡытыусы Хабрахман Саҙретдинов, тәүге йылҡы көтөүсе Сабирйән Ниғмәтуллин, тәүге ҡымыҙ бешеүсе Ғәшүрә Мәхмүтова тип яҙып алғанмын ололар һөйләүенән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдың 26 ир-аты ил азатлығын һаҡлап яуға китә. Иҫән әйләнеп ҡайтҡандары хужалыҡты тергеҙеүгә ең һыҙғанып тотона: Хәсән Вәлиев, Ғибат Ғәлиуллин, Ғәйнетдин Мохтаров, Сабирйән Ниғмәтуллин, Мортаза Хәсәнов, Мөҙәрис Мәхмүтов төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләй. Йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡта орсоҡтар алдынғылыҡты бирмәй. Рәхимйән Ниғмәтуллин, уның ҡатыны Рәйсә лә ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнашып алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ була, ошондай уҡ награда Ғәйнулла Ғәлиуллиндың да күкрәген биҙәй. Ғәзизйән Ниғмәтуллин алдынғы шофер булып таныла, ҡатыны Мәрйәм «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Ғөмүмән, Орсоҡта күп балалы һәм миҙаллы әсәйҙәр күп. Рәйлә Хәсәнова йәшләй тол ҡалһа ла биш баланы аяҡҡа баҫтыра, колхоз эшенән ҡалмай. Хәйерниса һәм Рысйән Ниғмәтуллиндар хеҙмәт ударнигы була...»
Осрашыу тантанаһын дауам итеп, Рауил ауыл биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов әүҙем, дөргөн булғандары өсөн орсоҡтарға хөрмәт белдерҙе һәм ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән уңғандарҙы биләмә хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләне. Абдулхаҡ Исмәғил улы бөтә төҙөлөш материалдарына хаҡтар артҡан мәлдә аптырап ҡалмаған, ауылды матурайтыуға тырышлыҡ һалыусы-ларҙы маҡтап, сираттағы осрашыуҙы ла лайыҡлы үткәреүгә ышаныс белдереп, эстафетаны Рауил ауылы старостаһы Рафаил Ишмөхәмәтовҡа тапшырҙы.
Байрамда ҡатнашыусы район Советы секретары Булат Исламбаев: «Исҡужала бер өй ҙә етемһерәп ултырмай, балалар атай-әсәй йорттарын тәрбиәләп тота — шуныһы ҡыуаныслы. Башҡорттарҙың был яҡшы йолаһын дауам итеп, быуындар күсәгилешлеген һаҡлап йәшәүегеҙ тик маҡтауға ғына лайыҡ», — тип ауылды төҙөкләндереү эштәренә сертификат тапшырыуҙан тыш, осрашыуға әҙерлек барышында әүҙемлек күрһәткән, уның иҡтисади, мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән Нуридә Ниғмәтуллина, Рөстәм Йәмилхин, Ғәҙел Ниғмәтуллин, Гүзәл Йәмилхина, Рәшит Мохтаровты муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Бынан тыш Булат Юныс улы Исмәғил Мофаззалов, Разия Ғәлиуллина, Хатип Ғафаров, Ғәзизйән Ниғмәтуллин, Мәрйәм Ниғмәтуллина, Хәйерниса Ниғмәтуллина, Йәнбикә Ғәлиуллинаға «Һуғыш балалары» танытмаһын тапшырып үтте.
Район Советы депутаты Иршат Малыбаев орсоҡтарҙың ихлас, тырыш булыуын билдәләп, төҙөкләндереү эштәренә аҡсалата ярҙам индерҙе.
Урман хужалығы мастеры, үҙе ошо ауыл егете Рамил Мофаззалов урмансылыҡ эшендә баһалап бөткөһөҙ ярҙамдары өсөн Рәшит Мохтаров, Хәйбулла Ғәлиуллин, Рөстәм Йәмилхин, Нур, Йәҙгәр Хәсәновтар, Ғәҙел Ниғмәтуллинды бүләкләне.
Һәр сығышты урындағы вокал ансамбль моңло йырҙар, бейеүҙәр менән байытты. Фәйрүзә һәм Ишбулды Хәсәновтар, Сәлимә һәм Рәшит Насирйәновтар — «Алтын пар», Ғәзиз-йән, Мәрйәм Ниғмәтуллиндар — «Ауылдың иң оло кешеһе», Зилиә һәм Азат Вәлиевтарҙың яңыраҡ донъяға тыуған сабыйы Илназ — «Иң йәш кешеһе», Нурсилә һәм Денис Вәлиев-тар, Илнара һәм Илфат Ниғмәтуллин-дар, Алгизә һәм Инйәр Миңлеғоловтар — «Иң йәш ғаилә», Йәнбикә Ғәлиуллина, Рәйсә Ниғмәтуллина, Райхан Мансурова, Юныс Насирйәнов, Фәйрүзә Хәсәнова — «Быйылғы юби-лярҙар», Лилиә һәм Мөкәримә Вәлие-валар — «Татыу ҡәйнә һәм килен», Ғәҙел Ниғмәтуллин — «Булдыҡлы хужа», Фәрит Ғәлиуллин, Вәли Сәйә-хов, Илдус Хәсәнов, Рәсих Йәмилхин, Азат Йәмилхин, Ләйсән Зекрина — «Атай нигеҙен һыуытмаусы», Разия Ғәлиуллина — «Оҫта баҡсасы», Әхтәр Мохтаров — «Оҫта тимерсе», Фәриҙә Муллахмәтова — «Иң күп гөл үҫтереүсе», Нәйлә Йәмилхина — «Абруйлы ағинәй», Сара Ҡаһарманова һәм Рәмилә Муллайәнова — «Аш-һыу оҫтаһы» кеүек номинацияларҙа билдәләнде. Ә «Өлгөлө йорт» номинацияһын был ауылда йәшәгән һәр кемгә лә бирергә мөмкин ине. Исҡужалар үҙенә тәғәйен бүләктәрен, маҡтау ҡағыҙҙарын алып, фотоға төшөп ҡыуанды.
Майҙанда спорт ярыштары дауам итте. Теләгәндәр волейбол һуҡты, милли көрәш келәмендә абсолют чемпион исемен Фидан Солтанов яуланы.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас