«Музыка башҡарыусыһыҙ һәм тыңлаусыһыҙ йәшәй алмай. Уның асылы — яңғырауында. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың музыка мираҫының бер өлөшө генә башҡарыла һәм тыңлаусы-тамашасы иғтибарына еткерелә. «Елкән» проекты йәш музыканттар башҡарыуы аша башҡорт музыка сәнғәтенә яңы һулыш өрөүҙе маҡсат итә», — ти проект тураһында уның авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. Жюри ағзаһы, республика Милли симфоник оркестры генераль директоры, билдәле кларнетсы Артур Нәзиуллин да балалар киләсәккә тарихты көй-моң телендә илтеүсе ваҡыт елкәне булһын тигән теләктә йәш музыкант-сәйәхәтселәргә профессиональ музыканттар яғынан юл күрһәтер маяҡ буласаҡтарын вәғәҙәләп, проекттың әһәмиәтле буласа-ғына ышандырҙы.
Йәш башҡарыусыларҙың музыка ҡоралында уйнауы аша башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, онотолоп барған халыҡ көйҙәрен яңғыратыуҙы, музыка телендә республика тарихын бәйән итеүҙе маҡсат иткән бәйгелә 8-14 йәшлек балалар фортепиано, ҡыллы, тынлы инструменттар һәм халыҡ музыка ҡоралдары йүнәлештәрендә ҡат-наша. Видеояҙмалар аша һайлап алыу турын үткәндәр төп конкурс турында профессиональ жюри алдында сығыш яһаны.
Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең йәш музыканттары ла өр-яңы телебәйгенән ситтә ятып ҡалманы. Улар араһында Ләйлә Нөғәмәноваға икенсе турға үтеү бәхете йылмайҙы. Ләйлә быйыл мәктәптең ҡыл-ҡумыҙ класын тамамланы. Остазы Миңлегөл Солтанбаева йыр-моң һөйгән талантлы ҡыҙҙың маҡсатлы, тырыш булыуын, уның һәләтен үҫтереүгә олатай-өләсәһе — Ринат һәм Тәнзилә Нөғәмәновтарҙың ҙур иғтибар йүнәлтеүен айырып баһалай. Ләйләне кескәй генә сағынан Ҡырҙастан район үҙәгендәге музыка мәктәбенә йөрөтөргә олатаһы һис иренмәй. Үҫә төшкәс, ҡыҙҙарын Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡытыуҙы, музыка мәктәбендә лә күберәк шөғөлләнеү мөмкин-леген булдырыуҙы хәстәрләп, өләсәһе уҡыу йылы осорона Асҡарға күсеп килеп торорға ла ҡыйынһынмай. Берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирә, ҡыҙыҡай бик күп конкурстарҙа уңыштар яулай. Былтырҙан Ләйлә әсәһе янында Өфөлә, 7-се класты Р. Ғарипов исемендәге гимназияла тамамлаған. Сәнғәт мәктәбендәге уҡыуын да ҡалдырмаған. Һуңғы уҡыу йылында онлайн уҡыу мөмкинлеге менән файҙаланып, яңыраҡ таныҡлыҡ алған. Төрлө конкурстарҙағы уңышлы сығыштары, еңеүҙәре өсөн быйыл сәнғәт мәктәбенең стипендиаты ла булған.
«Елкән»дең конкурс туры телеүҙәктә махсус студияла уҙған. Уның ике көн дауам итеүе бәйгеселәрҙең ни тиклем күп булыуы хаҡында һөйләй. Ләйлә ҡылҡумыҙҙа Айрат Ҡобағошевтың «Таҡмаҡ» әҫәрен һәм башҡорт халыҡ көйө «Ҡуңыр буға»ны башҡарған. Уҡытыусыһы Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы менән конкурс репертуарын положение талаптарына тура килтереп һайлауға бик етди ҡарағандар.
— Ҡәнифә юлының тап беҙ йәшәгән төбәк аша үтеүе менән «Ҡуңыр буға» көйө әбйәлилдәр өсөн ҡәҙерле һәм конкурс өсөн отошло, — тип һанай уңышлы сығышы өсөн проектты ойоштороусылар ҡулынан дипломға лайыҡ булған йәш музыкант.
Ләйләнән тыш конкурста Өфөнән тағы ла бер ҡылҡу-мыҙсы ҡатнашҡан. Был боронғо милли музыка ҡоралында уйнаусылар һирәк. Әле телгә алып үтелгән Өфө ҡыҙының уҡытыу-сыһы Эльмира Әхмәҙиева ла, әйткәндәй, Әбйәлил ҡыҙы, М. Б. Солтанбаеваның уҡыусыһы. «Хәҙер үҙе уҡытыусы булып киткән уҡыусымдың уңыштары өсөн дә ғорурлыҡ кисерҙем», — ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы.
Конкурс барышы, сығыштар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» каналдарында аҙна һайын «Елкән» көндәлеге» тапшырыуында эфирға сығарыла. Иң-иңдәр тураһында айырым фильмдар ҙа төшөрөләсәк. Иң ныҡ ымһындырғаны: финалсылар гала-концертта республиканың Милли симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһаясаҡ. Талантлы, бик зирәк һәм музыканы нескә тойомлаған Ҡырҙас ҡыҙына уңыштар юрап, уны финалда күрергә яҙһын тип теләйек.