"Башҡортостан, Өфө, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия ваҡытында был айырыуса еңелдән булманы. Беҙ Өфөнө һайланыҡ, сөнки төбәктә бындай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороу тәжрибәһе ҙур булыуын беләбеҙ. Фестивалдең 40-ҡа яҡын илде туплауына һәм был ҙур проектты бергәләп башҡарыуыбыҙға беҙ шатбыҙ ", – тине CIOFF ® президенты Өфөгә килеп төшөү менән.
Фольклориадала шулай уҡ CIOFF ® рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи һәм ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил ҡатнаша. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә донъяның 37 иленән 1100-гә яҡын артист ҡатнашлығында уҙасаҡ. Фестиваль программаһы Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһының 22 муниципалитетында ҡаралған.