Республика башлағы Радий Хәбиров “2021 йылда Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” указға ҡул ҡуйҙы. Ул хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Документҡа ярашлы, Башҡортостанда 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре 500 мең һум күләмендә ярҙам аласаҡ. Кемдәр дәғүә итә ала был аҡсаға?
Ярҙам махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сәнғәт, балалар музыкаль, һынлы сәнғәт, хореография мәктәптәрендә эшләүсе педагогоик белемле кешеләргә иҫәпләнгән. Улар 2018 йылдан Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ауыл еренә йә халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаға эшкә килгән кешеләр булырға тейеш.
Республика Хөкүмәтенә сығымдарҙы финанслау сығанағы табырға, бер ай эсендә белгестәрҙе һайлау, түләмде тапшырыу тәртибен булдырырға ҡушылды.