Мәҙәниәт
3 Июля 2021, 06:10

Йәштәр өсөн - "Пушкин картаһы"

Картаға дәүләт һалған аҡсаға йәштәр һәм үҫмерҙәр музей-күргәҙмәләргә йөрөй аласаҡ.#ВладимирПутин

Ил Президенты Владимир Путиндың халыҡ менән тура бәйләнештә йәштәргә яңы ярҙам төрө тураһында әйтте. Илдә “Пушкин картаһы” барлыҡҡа килеүе ихтимал. Пландар буйынса, унда 14-тән 22 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс мең һум аҡса һалырға йыйыналар. Карта тик мәҙәни маҡсатта тотонолорға тейеш. Үҫмерҙәр һәм йәштәр был аҡсаға мәҙәниәт үҙәктәре, музейҙар, күргәҙмәләргә бара аласаҡ.
– Йәштәр был мөмкинлек менән файҙаланыр, үҙ төбәктәрендә генә түгел, ә дөйөм Рәсәйҙең мәҙәниәт учреждениеларына барыр тип ышанам. Күптәрҙең мәҙәни байлығыбыҙҙы күргеһе, белгеһе килә, тик бының өсөн финанс мөмкинлектәре юҡ. Был осраҡта улар быны ғаилә бюджетына теймәй, дәүләт иҫәбенә эшләй аласаҡ, – тине Президент.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас