Башҡортостанда 3-нән 10 июлгә тиклем барған VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә донъя рекорды ҡуйылды. Фольклор фестивалендә ҡатнашыусылар «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында иң ҙур дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә өйөрөлдө. Әйлән-бәйләндә Ер шарының 57 иленән 2700-ҙән ашыу кеше — 71 милләт вәкиле ҡатнашты.