Мәҙәниәт
15 Июля 2021, 11:15

Музейҙар һеҙҙе көтә

Пандемия шарттарында билдәле күргәҙмәләрҙе ҡарарға теләһәгеҙ, «Мәҙәниәт» милли проекты һеҙгә ярҙамға килә   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Илдең данлыҡлы музейҙарының барыһы ла тиерлек онлайн-сервистар менән файҙалана. Көн һайын ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр асыла һәм уларҙа Рәсәй тарихының иң сағыу биттәре менән танышырға мөмкин.

Мәҫәлән, Энгельс ҡалаһының Лев Кассиль музейында «Тымыҡ Дон» биттәре буйлап» тигән күргәҙмә эшләй. Уны ҡарау өсөн музейҙың сәхифәһендәге һылтанма буйынса инергә генә кәрәк.

Белозерск музейында 23 июлдә «Куликовская битва» күргәҙмәһе эш башлай. Ульяновск ҡалаһындағы музейҙа Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары үткән яландар табылған экспонаттарҙы күрергә мөмкин.

Музейҙар һеҙҙе көтә
Музейҙар һеҙҙе көтә
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас