

Әбйәлилдә тыуып-үҫеп, икеһе лә илһам ҡанаттарын «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә нығытҡан, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумынан һуң яҙмыштарын Сибай филармонияһына бәйләгән ижади пар — Гүзәл һәм Фәнил Әсәҙуллиндар, бейеүсе стажын тултырып, ҙур тәжрибә багажы менән районға эшкә ҡайтты.
Талантлы яҡташтарыбыҙ 25 йыл хеҙмәт ғүмерен Сибай филармонияһына бағышлаған. Фәнил Шәйхислам улы ябай бейеүсе-солистан «Сибай» бейеү ансамбленең художество етәксеһе, филармония етәксеһе, концерт-театр берекмәһе директоры урынбаҫары дәрәжәләренә тиклем күтәрелгән, 2011 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булған. Бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисткаһы булып танылған Гүзәл Энгел ҡыҙына ла былтыр «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Ул һөйләү жанры оҫтаһы булараҡ та театрлаштырылған тамашаларҙа төп ролдәрҙе уйнап, тамашасылар һөйөүен яулаған, бер юлы СиБДУ-ның «Сармат» бейеү ансамблен етәкләгән. Әсәҙуллиндар ике ҡыҙ үҫтергән, Нәркәс менән Нурсилә әлеге ваҡытта студенттар. Район мәҙәниәт бүлегендә ижади коллективтар менән идара итеүсе вазифаһына егелгән Фәнил Шәйхислам улы менән әңгәмә ҡороп, уның уй-ниәттәре менән уртаҡлаштыҡ.
— Йәш саҡта ҡайҙалыр китке, үҫешәһе, үҙеңде шәхес булараҡ танытҡы килә. Ә олоғая килә, тыуған ер һағындыра, тарта. Ғөмүмән, мин филармонияла эшләгән йылдарҙа ла Әбйәлилдең мәҙәни тормошонан ситтә булманым. Һәүәҫкәр коллективтар, яңғыҙ башҡарыусылар саҡырыуы буйынса башлыса «Байыҡ» бәйгеһе өсөн бик күп бейеүҙәр һалдым, еңеүле сығыштар районды данланы, был бейеүҙәрҙең һаман да сәхнәнән төшмәүе, тамашасыларҙың яратып ҡабул итеүе ҡуйыусы эшенә ҙур баһа. Режиссер булараҡ та, районда күләмле сараларҙы әҙерләүгә күп көс һалдым. Бер нисә йыл рәттән һабантуйҙы асыу тамашаһын — прологты ҡуйыуҙы миңә ышанып тапшырҙылар. Шуға күрә райондың ижади ҡеүәте менән танышмын. Мәҙәниәтте тағы ла баҙыҡлатып ебәрер өсөн ҡайһы юҫыҡта эшләргә кәрәклеген яҡшы тойомлап, сирек быуатлыҡ хеҙмәт тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға тип бында эшкә ҡайттыҡ.
Пандемия арҡаһында бер йылға яҡын саралар, концерттар үткәреүҙән тыйылып торғандан һуң мәҙәниәт усаҡтарының эшен яңынан дөрләтеп ебәрергә этәргес талап ителгән ваҡытҡа тура килде ҡайтҡан мәлебеҙ. Клубҡа йөрөүҙе «онотҡан» халыҡты йәлеп итеү өсөн өр-яңы ҡыҙыҡлы проекттар кәрәк ине.
Ике ҡуянды ла бер юлы тотҡан тәүге проект 1 март — Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған сара булды. Әбйәлил милли традициялар һаҡланған төбәк. Беҙҙә рухлы халыҡ йәшәй. Положениеға ярашлы, һәр мәҙәни-ял үҙәге ауыл биләмәһенән үрнәкле бер ғаиләне район сәхнәһенә сығарырға тейеш ине. Теләк белдереүсе 30-ҙан ашып китте һәм барыһын да район кимәлендәге сарала ҡатнаштырмайынса булдыра алманыҡ. Проект маҡсатына иреште. Һәр ғаилә үҙенсә үҙенсәлекле, һәләтле, уңған булыуын раҫланы. Был проекттың дауамы буласаҡ. «Иң-иңдәрҙең» күплеге сараның урындарҙа һайлап алыу турын үткәреү кәрәклеген күрһәтте. Беҙ райондың күркәм башҡорт ғаиләләрен, уларҙың кәсеп-шөғөлдәрен, ижади һәләттәрен киләсәктә лә бөтә Әбйәлилгә танытырға тейешбеҙ.
«Ай артынан ай үтә...» циклы — үҙ эсенә һәр миҙгелгә арналған концерт программаһын алған проект. Бында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бер сәхнәлә үҙешмәкәр талант эйәләре ҡатнаша, балалар сәхнәгә юл яра. Йылы эстәлекле, зауыҡлы яҙғы концерт тамашасылар күңеленә хуш килде. Сиратта йәйге циклды әҙерләйбеҙ.
«Ҡомартҡы» I республика этник мәҙәниәт форумының беҙҙә үтеүе мәҙәниәтселәр иңенә ҙур яуаплылыҡ һалды һәм был бурысты республика Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә әбйәлилдәр лайыҡлы атҡарып сыҡты. Әйтеүемсә, районда рухлы халыҡ йәшәй һәм Әбйәлил таланттарға бик бай. Урындарҙа һәр клуб янында тиерлек фольклор ансамблдәре эшләй, уларҙың янып торған әүҙем етәкселәре бар. Әммә белгес ҡулы ҡағылып етмәүе күҙгә ташлана. Ошо һәм башҡа етешһеҙлектәр өҫтөндә эш башланыҡ. Ижади потенциал бик ҙур. Быны бөтә районды урап сыҡҡан «Ҡуласа» фестиваль-эстафетаһында, «Ҡомартҡы» форумында, 9 Май байрамында, район һабантуйының мәҙәни өлөшөндә һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендәге сарала берләштереп күрһәтеүгә өлгәштек. Йылдағыса әбйәлил-дәр «Байыҡ»та әүҙем ҡатнаша. Биш номинацияла конкурсанттар II турға үтте. Был юҫыҡта һәр береһе өсөн ижади консультантмын, элеккесә бейеүҙәр ҡуйыу менән дә шөғөлләнәм. Хәлил ауылынан «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамблен республика кимәленә сығарыу уйы күптән күңелдә йөрөй ине. Был коллектив миңә айырыуса яҡын, профессиональ сәнғәт донъяһына уның аша килдем. Ансамбль бик уникаль, йәбешеп донъя көткән йәштәге кешеләрҙе — 25-35 йәшлектәрҙе сәхнәгә ылыҡтырыуы ауыр, ә «Ләйсән»дә тап шундайҙар бейей. Һәм улар «Байыҡ»та һынатманы. Амангилде ауылының «Сәсмәүер» ансамбле менән дә мине электән тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. «Байыҡ»та гран-при яулаған коллективтың быйыл «Мин яратам һине, тормош!» фестивалендә юғары уңыш ҡаҙанасағына ышанысым ҙур. Тағы ла «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең киләсәген хәстәрләп, ансамблде «йәшәртеү» йәһәтенән маҡсатлы эш башлап, һәләтле йәш бейеүселәрҙән ансамблдең алмаш төркөмөн тупланыҡ. Әйткәндәй, хәҙерге ваҡытта «Йәшлек»те ҡатыным Гүзәл Энгел ҡыҙы етәкләй.
Календарҙағы һәр байрам — мәҙәниәтселәр өсөн эш. Планға алынған сараларҙан тыш, үҙебеҙҙең финанс проектын үтәү (клубтарҙың килем йөкләмәләре бар) һәм тамашасылар даирәһен киңәйтеү маҡсатында, уларҙың ихтыяжына тап килгәндәй яңынан-яңы мауыҡтырғыс, сағыу саралар булдырыу буйынса эш алып барабыҙ. Әле Әбйәлилдең брендына әйләнәсәк фольклорға ҡоролған ҙур сара ойоштороу тураһында уйлайым. Һәр ауылдың ижади коллективтары менән таныштырыу буйынса пландар бар. Мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәрҙең мәртәбәһен күтәреү буйынса тормошҡа ашыраһы проекттар бик күп. Был тәңгәлдә 30 йыллыҡ мәҙәни эшмәкәрлегенә йомғаҡ рәүешендә йырсы Резеда Юлдашеваның бенефисын матур итеп үткәрҙек тә инде. Йәйге ялдан һуң мәҙәни-ял үҙәктәрендә ижад миҙгелен асыу саралары уҙасаҡ. Һәм шулай уҡ йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ итеп миҙгелде ябыу сараһы ла ойоштороласаҡ. Уны клубтарҙа эшләгән ижади түңәрәктәрҙең отчет концерты формаһында күҙаллайым. Ҡыҫҡаһы, ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә ҡала.