

Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге «Йәйғор» әҙәби ойомаһының үҙаллы йәшәүенә ике йыл.
Ойошманың аяҡҡа баҫыуының тәүге көндәренән үк йәштәрҙе ижад итеүгә ылыҡтырыу, ижади йәһәттән үҫтереүҙе төп бурысыбыҙ итеп алдыҡ. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне, районда ҡәләм тибрәтеүсе талантлы йәштәрҙең күп булыуы асыҡланды. Йәш көстәрҙең ҡулъяҙмаларын даими тикшереүҙәргә ҡуябыҙ, файҙалы кәңәштәр бирәбеҙ, тәҡдимдәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Йәштәрҙең һәр береһе менән айырым эшләргә сәхифәбеҙҙә «Әҙәби тәнҡит» исемле бит астыҡ. Тәжрибәле шағирҙар, һүҙ оҫталары тейешле тәҡдим, күрһәтмәләр бирәләр. Тикшерә, төҙәтә килә бына тигән ижад өлгөләре килтереп сығаралар. Ошо уңайҙан төплө, тәжрибәле кәңәшселәр үҙ эшенең оҫталары Айһылыу Хәсәнова, Радиҡ Өмөтҡужин, Әлфирә Нуретдинова, Әнисә Махийәнова, Әлфиә Абдразаҡова, Сәфинә Ҡусҡарова, Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова, Илсиә Ҡасимова, Сәфинә Хәкимова һәм башҡаларға рәхмәт белдерәм.
Йәштәр бик әүҙемдәр, әленән-әле ижад емештәрен тикшереүгә ҡуялар, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында, шиғыр ижад итеү нескәлектәрен өйрәнәләр.
Шулай итеп, беҙҙә хәҙер өмөтлө ҡәләм тибрәтеүселәр һаны ишәйгәндән-ишәйә бара. Марсель Хамматов, Лилиә Солтанова, Нәркәс Кәйепҡолова, Гөлфиә Ниғмәтуллина, Динара Ғәлләмова, Сажиҙә Мәғәфүрова, Нәрисә Уйылдановаларҙың исемдәре күптәргә таныш.
Ә бөгөнгө һүҙем башҡорт ҡыҙҙарына хас әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, аҡыллы ҡарашы менән башҡаларҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп иткән Буранғол ауылы ҡыҙы Нәркәс Кәйепҡолованың ижады хаҡында булыр. Мәктәп йылдарынан уҡ Нәркәстең шиғриәт менән дуҫ булыуына, шиғырҙар яҙа башлауында Буранғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә, тәнҡитсе Мәрйәм Сәлмәнованың ярҙамы ҙур була. 2012 йылда «Йәншишмә» гәзитенең «Йәш хәбәрсеһе» исемен алған Нәркәс. Районда даими ойошторолоп килгән Рамил Ҡол-Дәүләт ижадына арналған шиғри бәйгеләрҙә, башҡа конкурстарҙа гел призлы урындар яулай. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа үҙен һынай. Әлеге мәлдә Нәркәс Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, шул уҡ ваҡытта «Ҡош юлы» һәм башҡа ижади проекттарҙа ҡатнаша, ижад итә.
«Йәйғор» һәм Өфөләге «Ҡыл» исемле йәш шағирҙар ойошмаһы ағзаһы ла ул. 2018 йылда шиғырҙары «Яңы офоҡтар» исемле йыйынтыҡта донъя күрҙе.
2019 йылда «Ҡош юлы» республика бәйгеһендә шиғриәт буйынса беренсе урынды яулауға иреште. 2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған «Бабич вариҫтары» йәш шағирҙар конкурсында гран-приға лайыҡ «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы тарафынан үткәрелгән бөтә төр бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, шиғырҙары район, республика матбуғаттарында даими донъя күрә.
Быйыл Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында Нәркәстең «Йыһанға бағып...» исемле китапсығы баҫылып сыҡты. Үҙенә генә хас хистәргә бай, һағышлы ла, серле лә әҫәрҙәрендә йәш шағирә тормошто яратырға, йәшәү мәғәнәһен аңларға саҡыра.
«Йәйғор» ойошмаһы ағзалары исеменән Нәркәсте тәүге китабы сығыу уңайынан ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ. Үҙе һәм ижады тураһында: «Мин шиғри күңелле буласаҡ табип. Шиғырҙарым аша дауа табам», ти ул.
Эйе, үҙенең ижади емештәре менән дә кеше күңелдәрен имләренә, дауаларына ышанабыҙ.
Фәнүзә БИКТИМЕРОВА,
«Йәйғор» әҙәби ойошмаһының «Поэзия» бүлеге етәксеһе.