Мәҙәниәт
20 Августа 2021, 09:40

Нефтекамала виртуаль концерт залы буласаҡ

Сентябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһында виртуаль концерт залы асыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Виртуаль концерт залы Нефтекама дәүләт филармонияһы базаһында ҙур концерт залында эшләйәсәк. Уны асыу тантанаһы 2021 йылдың 30 сентябренә планлаштырылған.
Бөгөн филармонияла заманса йыһаздар урынлаштырыу эштәре бара. Концерт залына аудио-визуаль ҡорамалдарыҙң тулы бер комплексы  урынлаштырыла.
Филармонияны заманса технологиялар менән йыһазландырыу «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас