Мәҙәниәт
6 Сентября 2021, 11:55

Йырҙары ҡалды...

72-се йәшендә билдәле композитор, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Ҡобағошов вафат булды. Уны иртәгә тыуған районы Көйөргәҙелә ерләйәсәктәр.

Айрат Ҡобағошов башҡорт сәнғәтендә билдәле композиторҙарҙың береһе ине. Ул төрлө жанрҙарҙа ижад итте: опера, симфония, халыҡ инструменттары ансамблдәре өсөн, фильм һәм спектаклдәр өсөн әҫәрҙәр яҙҙы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Заһир Исмәғиловтың класында уҡый. Студент сағында уҡ сюита, фортепиано өсөн соната, «Ғилмияза» симфоник поэмаһы, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына вокал цикл әҙерләй. «Шоңҡар» операһы уның диплом эше була. Артабан ул эшен ошонда уҡ дауам итә, башҡорт музыкаһы факультеты деканы була. Ғүмер буйы башҡорт музыкаһын популярлаштырыу өҫтөндә эшләй. Башҡорт фольклоры буйынса күп һанлы методик пособиелар авторы. А. Ҡобағошов онотолған башҡорт музыка ҡорамалдарын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә (думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ятаған һ.б.) Өфө сәнғәт училищеһы базаһында тәүге халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын булдырыусы ла ул. Артабан ошондай оркестрҙар сәнғәт институтында һәм Башҡор дәүләт филармонияһында барлыҡҡа килә.

Композитор төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ, мәртәбәле конкурс-фестивалдәр лауреаты. Уның исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән.

Йырҙары ҡалды...
Йырҙары ҡалды...
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас