23 сентябрь Рәсәй кинотеатрҙарында режиссер Айнур Асҡаровтың комедия жанрындағы яңы фильмы күрһәтелә башлай. «Йыл ғаиләһе» таҫмаһы ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта күп кенә Рәсәй ғаиләләрен сағылдырған Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында һөйләй. Улар «Йыл ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып биш миллион һум аҡса отоу маҡсатында иҫке һары машиналарында юлға сыға. Рәхмәтуллиндар төп призды отоу ғаиләне финанс көрсөктән сығарасаҡ тигән өмөттә...
– Кредиттар, бурыстар арҡаһында улар бер-береһенә ҡарата һөйөү хистәре тураһында күптән онотҡан. Беҙҙең кино тормошта аҡса иң мөһиме түгеллеге хаҡында. Юғиһә, аҡса артынан ҡыуып, ғаилә, яҡындар артҡы планға күсә. Уртаҡ маҡсат, бергә үтелгән юлдар берләштерә, – тип фильмдың идеяһын билдәләй режиссер һәм продюссер Айнур Асҡаров. Был режиссерҙың туғыҙынсы кинокартинаһы.
«Йыл ғаиләһе» Өфөлә һәм башҡортостандың һоҡлағыс тәбиғәтле Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлгән.