Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш ҡаланың ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә сағыу һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо.
Мәҫәлән, «ПЛАНЕТА» сауҙа-күңел асыу комплексында ойошторолған милли кейемдәр дефилеһы сағыу тамашаға әүерелде, сауҙа үҙәгенә килгән кешеләрҙе, ҡала ҡунаҡтарын, милли кейем һәм уның заманса сағылыштары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ылыҡтырҙы.
— Минең өсөн милли кейем — халҡымдың күңеле, уның мәҙәниәтенең, үҙенсәлегенең сағылышы. Сара минең өсөн дә, башҡалар өсөн дә бик мөһим, сөнки беҙ милли мираҫыбыҙҙа сағылған рухи нигеҙебеҙҙе, сағылышбыҙҙы тойорға тейешбеҙ. Бөгөн йәш дизайнерҙарҙы сараға саҡырыуҙары айырыуса ҡыуаныслы, был ижади ҡомар, илһам өҫтәй, — ти этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе яҡташыбыҙ Иҙел Хәкимов.
Сарала шулай уҡ, «Салауат», «Эксклюзив» ательелары, дизайнер-стилист Римма Байтимерова, талантлы рәссам Рушания Бәҙретдинова, күн әйберҙәр етештереүсе MOSAFER LEGEND компанияһы, модель Эльвира Ишморатова һәм башҡа милли йүнәлештә эшләүсе ижади шәхестәр ҡатнашты. Сара башҡорт йыр-моңдары менән үрелеп барҙы, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышыу, билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге булды.