11 сентябрҙә Өфө районының мәҙәниәт ойошмалары “Мәҙәни шәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша.
Акция сиктәрендә район халҡы өсөн сағыу программа әҙерләнгән. Сара халыҡтың күпләп мәҙәниәт ойошмаларына килеүенә булышлыҡ итәсәк, был иһә – “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе, тип хәбәр итә Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.
Сараларҙың тулы программаһын Өфө районы мәҙәниәт учреждениелары координация-методик үҙәге сайтында табырға мөмкин.
Фото – Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт менән бәйләнеш идаралығы.