Мәҙәниәт
17 Сентября 2021, 04:36

Сулпылары, алҡалары көмөштән...

Бөгөн мин һөйләйәсәк ир-егет гәзит уҡыусы гүзәл заттарҙы һис битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайым. Ялтыраған, сылтыраған беҙҙеке инде, шулаймы, һылыуҙар?

Бөгөн мин һөйләйәсәк ир-егет гәзит уҡыусы гүзәл заттарҙы һис битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайым. Ялтыраған, сылтыраған беҙҙеке инде, шулаймы, һылыуҙар? Сығышы менән Хәлил ауылынан булған, баш ҡалала йәшәүсе яҡташыбыҙ, милли биҙәүестәр яһаусы Рөстәм Дәүләтовтың һоҡланғыс эштәре былтыр декабрҙә үткән I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ла юғары баһаланды — «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.

Бер осорҙа уҡығанға Рөстәмде мәктәп йылдарынан яҡшы хәтерләйем. Һәм ул минең күҙ алдыма бары йылмайған килеш килеп баҫа. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән малай иҫ киткес шәп рәссам ине. Ул төшөргән пейзаж-натюрморттар мәктәптең икенсе ҡатындағы уҡыусы-рәссамдарҙың ижадын сағылдырған галереянан төшмәне. Илһам ҡошо уны хеҙмәт дәрестәрендә лә ташламаны буғай. Әлеге оҫталар ижады күргәҙмәһендә уның ҡул эштәре лә ярайһы ғына урын алып торҙо... Рөстәм тураһында яҙырға булғас, ҡылт итеп егерме йылдан ашыу элекке бына ошо ваҡиғалар иҫкә төштө. Уның менән телефон аша бәйләнешкә сыҡҡас, иң башта шул уртаҡ мәктәп йылдары хәтирәләрен барламайынса әңгәмәне ялғап китә алманыҡ.
— Эйе, нәҡ шулай булды шул. Миндә үҙем дә һиҙмәгән ижади башланғысты күреп, уны үҫтергән талантлы уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Нәҫелебеҙҙә бөтәһе лә сәхнә һөйөүселәр: йырсы-бейеүселәр, гармунсылар. Тик ниңәлер үҙемдә йән атып сәнғәткә тартылыр көс тойманым. Атайымдың юлын дауам итеүсе гармунсы сыҡманы минән. Күңелемә ятҡан ижади юҫыҡты рәсем дәресендә Айрат ағай Хәлисов асты. Ул уҡытҡан һыҙма, хеҙмәт дәрестәрен дә яратып көтөп ала инем. Кәнсирҙән, тимер ҡәһүә банкаларынан ҡырҡҡыслап-бөгөп төрлө семәрле әйберҙәр — миниатюр өҫтәл-ултырғыстар, шкатулка, ҡәләмдәр ҡуйыу өсөн һауыттар эшләй торғайныҡ. Хәҙерге шөғөлөмдөң башы шул саҡҡа барып тоташа тип уйлайым. Мәктәптә шулай уҡ ағас эшенә лә ылыҡтым, уныһына үҙемдең ағай — Таһир Дәүләтов ҡыҙыҡтырҙы. Һәр ваҡыт тәүге өйрәткән уҡытыусыларымды хөрмәт менән иҫкә алам, Айрат Хөббөтдин улының ҡулын ҡыҫып рәхмәт әйтергә форсат сыҡҡанына ҡыуанам, — тине ул.
Мәктәп тамамлағандан һуң ижад көҫәгән күңеле уны Сибай политехник колледжының декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре бүлегенә алып килә. Тәбиғи ташты художестволы эшкәртеү серҙәрен үҙләштереп, оҫта-рәссам һөнәрен алып сығыуҙан тыш, был уҡыу йорто уны буласаҡ кәләше — Хәйбулла ҡыҙы Миңлегөл менән дә осраштыра.
Йәш ғаилә тәүге осорҙа Сибайҙа йәшәй. 2006 йылда Өфөгә күсәләр. Рөстәм Руслан улы 10 йыл инде «Ласселсбергер» керамика заводында плитәләрҙең ялтырауыҡ ҡатламын (глазурь) әҙерләү участкаһында бригадир-водитель булып эшләй. Миңлегөл Хәмзә ҡыҙы Өфө художество-гуманитар колледжында уҡыта. «Таш ҡырҡыусы» һәм «Ювелир» һөнәрҙәре буйынса белем бирә.
— Кәләштең саҡырыуы буйынса колледжға йыш барам. Икебеҙ ҙә бер һөнәргә эйә булғас, көслө ир-ат ҡулдары кәрәк ерҙә ярҙам итешәм, студенттарға тәжрибәм менән бүлешәм. Ике йыл самаһы элек милли биҙәүестәр эшләү идеяһы менән янып киттек. Айырыуса гүзәл заттар араһында милли кейемдәр кейеү, этнобиҙәүестәр тағыу модаға ингәс, заман үҙе ошо шөғөлгә тотонорға этәрҙе, — тип Рөстәм һүҙҙе ошо ерҙә ғаилә кәсебенә килтереп туғарҙы.
Ювелир эше күп ваҡыт талап иткән ыуаҡ хеҙмәт. Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтар заказдар өҫтөндә нигеҙҙә ҡышҡы оҙон кистәрҙә ултыра. Ғаилә башлығының эш графигы дүрткә-дүрт булһа ла, йылы миҙгелдәрҙә ял көндәрен ул ҡаланан 28 саҡрым ситтә ятҡан Федоровка ауылындағы баҡсаһында уҙғара. Ауыл малайы бит — ер эштәренә тартыла. Уның ҡарауы өҫтәлдәренән йыл әйләнәһенә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеш өҙөлмәй, оҫта ҡулдары элекке хужаларҙан ҡалған өйҙө лә матур итеп йүнәткән.
— Заманса стилләштерелгән биҙәүестәрҙән тыш, элекке фотоларҙан ҡарап боронғоларҙы тергеҙеү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Беҙҙең башҡарыуҙағы сулпы, алҡа, ҡаптырма, яға сылбырҙары киң популярлыҡ менән файҙалана. Буласаҡ матурлыҡтың контурҙарын әҙерләү, иретеп йәбештереү кеүек эштәр — минең бурыс, кәләш әҙер элементтарҙы бер-береһенә тоташтыра, — тип дауам итә әңгәмәсем. — Заказсының теләге буйынса саф көмөш менән дә эш иткәнебеҙ бар. Әммә хаҡы үтә ҡиммәткә төшкән тотош хазина эшләтеү бөтәһенең дә матди хәленән килмәй. Шуға күрә ҡарап тороуға көмөштән айырылмаған арзаныраҡ металдарҙы уңышлы файҙаланабыҙ. Заказсы ла ҡәнәғәт ҡала, үҙебеҙ ҙә улар алдында уңайһыҙлыҡ кисермәйбеҙ. Башта, тәжрибәһеҙерәк саҡта, мельхиорҙы ҡулланһаҡ, хәҙер унан да осһоҙораҡ, ләкин сифаты буйынса кәм булмаған нейзильберға күстек. Биҙәүес эшләтеүселәрҙең теләген иҫәпкә алып, металды ялтыр килеш тә ҡалдырабыҙ, йәки боронғолоҡ төҫө индереп, ҡарайтып та бирәбеҙ. Ҡаш һайлау ҙа хужабикәләренең ихтыярында. «Таш мозаикаһы» күргәҙмәһе Өфөгә килгән мәлдә аҫылташтарҙы күпләп алып ҡалыу сараһын күрәбеҙ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бигерәк тә аҡыҡ, йәшмә, фирүзә кеүек таштарға өҫтөнлөк бирә.
Интернетта биҙәүестәр тәҡдим иткән төркөмдәр бик күп. Кеҫәңә ҡарап һайлап алырға, затлыһын да, осһоҙон да табырға була. Һәм йәнә лә ҡытайҙар ғәжәп итә — һорау барҙа улар тәҡдимһеҙ ҡалмай. «АлиЭкспресс»та башҡорттарҙыҡына тартым тәңкәләрҙең, яһалма ташлы ҡаштарҙың ниндәйе генә юҡ! Шуларҙы почта аша яҙҙыртып алып үҙҙәре биҙәүестәр йыйып һатыусыларҙың да сауҙаһы уң бара. Ләкин улар һис кенә лә ысын башҡорт биҙәүестәрен алмаштыра алмай. Әлбиттә, боронғо милли ҡомартҡылар өлгөһөндә этнобиҙәүестәр яһаусы оҫталар юҡ түгел, — ти Рөстәм Руслан улы. Әммә ул һайлаған тимерсе-биҙәүестәр яһаусы һөнәрен үҙләштерергә йөрьәт итеүселәр бик һирәк. Заман технологияларын эшкә егеп, 3D принтер ярҙамында бер программаны ҡабатлауға ҡуйып, пластик материалдан «игеҙәк» биҙәүестәр эшләүселәр бар. Тағы ла бер ысул — тимерҙе иретеп ҡойоу бер аҙ мәшәҡәтлерәк. Ләкин ике осраҡта ла биҙәүестәр нисек йөйһөҙ-ялғауһыҙ килеп сыҡҡан кеүек, күңел ҡәнәғәтлеге ала торған ижади процесс юҡ, тип һанай оҫта.
Дәүләтовтарҙың береһен-береһе ҡабатламаған уртаҡ ижад емештәренә зауыҡ иткән ҡулланыусылар даирәһе киңәйгәндән-киңәйә. Уларҙың эштәре менән «Бәйләнештә» сайтындағы «Этник биҙәүестәр.(#Сулпы)» төркөмөндә лә танышырға мөмкин. Оҫталарға республиканың төрлө райондарынан тыш, Мәскәү, Питер, Ҡазан, Себер тарафтарында йәшәгән милләттәштәр ҙә мөрәжәғәт итә. Баш ҡалала һаҡал-ҡашмау теҙеүсе ағинәйҙәрҙең «Селтәр» клубында уларҙы һәр саҡ көтөп алалар.
Заказды күп алмайҙар, сөнки бәләкәй генә инструменттар ярҙамында, кәрәк сағында хатта лупа аша бағып, биҙәккә-биҙәк ялғап, ҡулдан башҡарылған нәзәкәтле хеҙмәт — һәр бер биҙәүес оҙаҡ ваҡытты ала. Бигерәк тә боронғо һүрәттәрҙән ҡарап тергеҙелгәндәре мәсьәлә сискән кеүек диҡҡәт талап итә. Рөстәм үҙен реставрациялаусы булараҡ та һынай. Әйткәндәй, был тәңгәлдә беренсе заказ Әбйәлилдән — Ташбулаттан булған. Оҫта өскә һынған һәм бер өлөшө юғалған боронғо беләҙекте тергеҙгән. Сифат һәм заказсының теләген үтәү — ижади парҙың төп маҡсаты. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарға түҙемлек һаҡлап, заказын сабыр ғына көтөп алырға тура килә һәм улар күҙ яуын алып торған зиннәткә эйә була.
Халыҡ араһында исеме таныла барған оҫтаны Республика халыҡ ижады үҙәгенән I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Рөстәм жюри иғтибарына көйәнтәле сулпы, яға сылбыры һәм тағы ла бер нисә эшен тәҡдим итә. «Милли биҙәүестәр» номинацияһында еңеү һис шикһеҙ уның яғында була. Бүләккә бирелгән 100 мең һум аҡсаны Дәүләтовтар кәрәкле инструменттар алыуға тотонған. Тимәк, ғаилә эше алға китәсәк. Һәм был ғына түгел: тиҙҙән Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтар тергеҙгән боронғо милли кәсепте дауам итеүселәр ҙә булыр әле, тип ышанғы килә. «Тамға» конкурсының иң яҡшы эштәре иҫәбендә яҡташыбыҙ ҡатыны менән баш ҡалала оҫталыҡ дәрестәре биргән, проект еңеүселәренең БР Милли музейында асылған күргәҙмәһендә лә уларҙың эштәре йәмәғәтселектә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Ижади ғаиләлә талантлы, рухлы балалар үҫә. Ынйыға — 11, Бәхтейәргә 7 йәш. Икеһе лә рәсем төшөрөүгә маһирҙар. «Тамыр» ансамблендә йырлаусы Ынйы республика балалар телеканалы йондоҙо. 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас