Мәҙәниәт
18 Сентября 2021, 03:00

Грант оттолар

Федераль проект сиктәрендә “Таврида.АРТ” саралары илдең төрлө төбәктәренән биш меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Быйыл “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә “Таврида.АРТ” саралары илдең төрлө төбәктәренән биш меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ижади йәштәр араһында артистар, рәссамдар, сценаристар, режиссерҙар – кино индустрияһы һәм масс-медия тармағы менән бәйле кешеләр булды. Быйыл ижади һөнәрҙәр вәкилдәре менән бергә фестивалдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы финалсылары, “Ҙур тәнәфес” проекты һәм Дәүләт идаралығының Юғары мәктәбе кадрҙар резервы программаһын тамамлаусылар ҙа ҡатнашты.

Фестиваль программаһы бик бай булды, унда күп һанлы ижади майҙансыҡтар, воркшоптар эшләне, эксперттар менән осрашыуҙар һәм Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы булды.

Барлығы конкурс сиктәрендә грант аҡсаһын биреү өсөн 42360000 һумлыҡ 67 проект тәҡдим ителгәйне.

Автор:
Читайте нас