Октябрҙән "Тамға" II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай.
Сарала ҡатнашыуға 16 йәштән өлкән оҫталар, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла:
* Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция;
* Заманса автор костюмы;
* Балалар кейеме;
* Башҡорт милли биҙәүестәре;
* Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары.
Конкурс быйыл икенсе тапҡыр һәләтле оҫталарҙы (оҫтабикәләрҙе) асыҡлау һәм уларға башҡорт милли кейемен булдырыуҙа ярҙам итеү, мәҙәниәт йүнәлешендәге башҡа яңы ижади эштәрҙе күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Ул тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрелгәйне. Ойоштороу комитетына биш номинация буйынса 1439 эш ебәрелде.
"Быйыл беҙ конкурсты өс этапта уҙғарыуҙы планлаштырабыҙ: ғаризалар ҡабул итеү, һайлап алыу туры һәм Өфөлә жюри ағзалары алдында конкурс эштәрен яҡлау. Йомғаҡлау, еңеүселәрҙе бүләкләүҙе 2021 йылдың ноябрендә үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ, конкурс программаһы буйынса, костюмдар ҙа күрһәтеләсәк", – ти проектты ойоштороусылар.
Сара барышында төрлө ижади лабораториялар, еңеүселәрҙең һәм лауреаттарының оҫталыҡ кластарын үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ йыл дауамында лауреаттарҙың конкурс эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.