

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә сыҡты.
Бейеүселәр октябрь айында Тверь, Бөйөк Новгород, Санкт-Петербург, Тихвин, Великие Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Уларҙы унда күптән түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Ғәскәровсылар үҙҙәренең концерттары менән Санкт-Петербургта, Владимирҙа, Тверҙә, Бөйөк Новгородта Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асасаҡ.
Тамашаларҙа Ғәскәров исемендәге ансамбль «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтәсәк. Ул ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм Парижда "Биш ҡитға" алтын миҙалына лайыҡ булған.