Мәҙәниәт
8 Ноября 2021, 03:15

Сәнғәт йүнәлешендә икенсе юғары белемде бушлай алырға була

РФ Хөкүмәте Премьер-министры М. Мишустиндың ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә сәнғәт тармағында эшләүселәр икенсе юғары белемде бушлай үҙләштерә аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google

“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған был программа режиссура, әҙәби ижад, симфоник оркестр етәксеһе, композиция, музыкаль тауыш режиссеры кеүек һөнәрҙәр алырға мөмкинлек бирә.

Буласаҡ студенттарҙы 10 иң билдәле вуз ҡабул итәсәк. Улар араһында Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институты, Санкт-Петербург кино һәм телевидение дәүләт институты, ГИТИС, Щукин исемендәге театраль институт, М. Щепкин исемендәге юғары театраль училище, МХАТ кеүек мәртәбәле уҡыу йорттары бар. Абитуриенттарға БДИ тапшырырға кәрәкмәй. Улар ижади һынау тапшырасаҡ һәм һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк. Икенсе юғары белем алырға теләүселәр өсөн бушлай урындар дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә булдырыла.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас