Мәҙәниәт
12 Ноября 2021, 14:35

Башҡортостанда - балалар фольклориадаһы

Ҙур мәҙәни фестиваль 2024 йылда - баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ойошторола, тип планлаштырыла

"Будапештта үткән Бөтә донъя фольклориадаһының 50-се Генераль Ассамблеяһында Беренсе Балалар фольклориадаһын 2024 йылда беҙҙең илдә, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров. - СИОФФ президенты Филипп Боссан менән әүгәмәләштек һәм ул быйыл беҙҙә үткән Бөтә донъя фольклор байрамының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне". Башҡортостан йәйгеһен әллә күпме ҡитғаларҙан фольклор ансамблдәрен ҡабул итеп, уларҙы Өфөлә генә түгел, бөтә республика буйлап сығыш яһауын тәьмин итте. Бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде, ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Шуға күрә Балаларҙың фольклор байрамын да беҙҙә үткәреү идеяһы хуплау тапты.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас