Мәҙәниәт
16 Ноября 2021, 07:00

«Байыҡ» ҡабыҙған йондоҙҙар

Телевизион бейеү фестивале бер юлы ике ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Добавить в предпочтительные источники Google
«Байыҡ» ҡабыҙған йондоҙҙар«Байыҡ» ҡабыҙған йондоҙҙар
«Байыҡ» ҡабыҙған йондоҙҙар

Коронавирус пандемияһы арҡаһында концерт залдарына тамашасылар йыйыу тыйылғас, былтыр «Байыҡ» телефестиваленең гала-концерты уҙғарылманы. Бары еңеүселәр иғлан ителде, ә уларҙың бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ һәм бүләкләнәсәк көнө яҡшы ваҡыттар еткәнсе тип кисектерелде. Шуға күрә быйыл фестивалдең ике ижад миҙгеленә бер юлы йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән ҙур тамашаға сығыш яһаусылар ҙа, тамашасылар ҙа фәҡәт QR-кодтар менән генә үткәрелде.
2008 йылдан тормошҡа ашырылған башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүсе һәм пропагандалаусы проектта республикала ҡатнашмаған район-ҡала ҡалмағандыр. Күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәрҙең ҡушылыуы бейеү фестиваленең георафияһын тағы ла киңәйтте. Әммә кемгә нисектер, миңә ҡалһа, «Байыҡ» телебәйгеһенең нигеҙ ташын әбйәлилдәр тотоп килә кеүек. Быны ҙур һәм бәләкәй ансамблдәр булһынмы, яңғыҙ, парлы, башҡарыусылармы, өс һәм дүрт тағандармы — Әбйәлил бейеүселәре башҡорт бейеүенең үҙенсәлеклелеген, бәҫен һаҡлаған, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш бөркөп торған сағыу колоритлы сығыштары менән дәлилләй. Яуланған гран-приҙар, еңеүле урындар буйынса алдынғылыҡ та был тәңгәлдәге бөтә бәхәстәргә сик ҡуя.
Ике йыл уңыштарын берләштергән гала-концерт та әбйәлилдәрһеҙ үтмәне. Сараның ниндәй рухта уҙыуы, йомғаҡтары тураһында «Байыҡ»тың алыштырғыһыҙ режиссеры, район мәҙәниәт бүлегенең ижади коллективтар менән идара итеүсеһе Фәнил Әсәҙуллиндан белештек.
— «Байыҡ» республикала иң ҙур күләмле тамашаларҙың береһе. Быйыл ике ижад миҙгеленә йомғаҡ яһағас, программаны ныҡ ҡыҫырға тура килде. Тамаша ике бүлектә уҙҙы, антракт менән бергә 3,5 сәғәт дауам итте. Ваҡыт тарлығы һәм пандемия ҡуйған сикләүҙәр арҡаһында, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, гала-концертта гран-при яулаусыларға ғына конкурс бейеүҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарыу бәхете тейҙе. Ә лауреаттарға айырым урындар бирелмәне, барыһы ла еңеүсе тип нарыҡланды һәм улар бүләкләүгә генә саҡырылды. Әммә «Байыҡ»ҡа килгән берәү ҙә сәхнәлә бейемәйенсә, бейеү танһығын ҡандырмайынса ҡайтманы — улар массалы композицияларҙа ҡатнашты. Башҡорт тарихы йылы темаһын бейеү телендә аса алдыҡ, тип уйлайым, — тине Фәнил Шәйхислам улы. — 2020 йылғы «Байыҡ»тың ике гран-приһы, икеһе лә «Соло» номинацияһында, Әбйәлилгә китте. Асҡар ҡыҙы Альбина Ишҡолова һәм Ташбулат егете Илдар Ғизетдинов хәҙерге ваҡытта уҡыған урындары буйынса Сибай, Магнитогорск ҡалалары исеменән ҡатнашһалар ҙа, икеһе лә бейеүсе булараҡ таланттарын район ансамблдәрендә үҫтергән, һаман да районда ижади эшмәкәрлектәрен дауам иткән йәштәр. Гран-при яулаусыға бирелгән хоҡуҡ буйынса Альбина «Оҙон сәс», Илдар «Генерал Игзаков» бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, «Байыҡ» фестивалендә йөрәгендә дәрте булған балаларҙан башлап бейегәндәй дарманы һаҡланған оло йәштәгеләргә тиклем ҡатнаша. Һәм мин төрлө йәш категориялары буйынса айырым бирелгән гран-приҙар араһында абсолют гран-прины билдәләгеҙ тиһәләр, һис шикһеҙ, 16-30 йәшлек бейеүселәрҙе һайлар инем. Сөнки, байтаҡ йылдар үҙем дә жюри булдым, балаларға киләсәккә өмөт бағлап, ә ололарға һүнмәҫ дәрттәре өсөн һоҡланып юғары баһалар ҡуйыла. Ә иң ҙур талапты жюри ла, тамашасылар ҙа урта йәштәрҙәге бейеүселәргә ҡуя. Улар башлыса бөтәһе лә көслө бейей, әммә гран-при берәү — «иң-иңдәр»гә генә тәтей. Ана шул «иң-иңдәр» рәтендә йыл да Әбйәлил йәштәрен күреү һөйөндөрә. Ҡушыйҙан «Тамъян ҡыҙҙары» ансамбле (етәксеһе Фәнүзә Дәүләтова) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ансамбль ҡыҙҙары хореографик композицияларҙа әүҙем ҡатнашты. 2020 йыл тәбрикләнеүселәре араһында «Байыҡ Челлендж» еңеүселәре — Лилиә, Радик һәм Искәндәр Хәлиловтар башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ижади ғаилә былтыр үҙҡурсалау ваҡытында «Байыҡ» проекты ойошторған онлайн-челленджда еңеүсе булды. Йыл һайын фестивалдең иҫтәлеге итеп еңеүселәргә бирелеп килгән сувенир ситектәр был ғаиләлә иң күбе! 2021 йылда «Байыҡ»тың финалына Байымдан «Күбәләк биҙәктәре» (Марс Сәйетғәлин) һәм Рысҡужанан «Ҡыҙылым» (Зөһрә Мәһәҙиева) фольклор ансамблдәре сыҡты. Ләкин беренсе тапҡыр әбйәлилдәр быйыл гран-приһыҙ тороп ҡалды. Байымдар — еңеүсе, рысҡужалар лауреат исеменә лайыҡ булды. Заман ауыр булһа ла, «Байыҡ» телефестивале йәшәйәсәк. Халҡыбыҙ борондан бөтә афәттәрҙе йыр-моң һәм бейеүҙән рухи көс алып еңеп сыҡҡан. Киләһе йылда «Байыҡ»та еңеү ҡояшы, һәм берәү генә түгел, йәнә беҙҙең тарафҡа йылмайыр, тип ышанам.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас