Башҡортостанда Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале тамамланды. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойошторола.
Гран-приҙы Башҡорт дәүләт университеты студенттарының “Осҡон” халыҡ театр студияһы яуланы. Режиссерҙары – Әлфинә Минғәзева менән Гилүс Минғәзев. Балалар театрҙары араһында I дәрәжә дипломға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының “Ялҡын” башҡорт өлгөлө театры лайыҡ булды (режиссеры – Илнур Лоҡманов). Йәштәр театрҙары араһында еңеүсе – Межгорье ҡалаһының “Ҡарлуғас” башҡорт халыҡ театры (режиссеры – Миләүшә Фазылова). “Тамашасылар һөйөүе призы”н, 400 тауыш йыйып, Өфө балалар филармонияһының “Бим-бом” рус өлгөлө театры яуланы.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-27/balalar-m-y-sht-r-teatr-ary-festivalend-kemd-r-e-de-2598615