Мәҙәниәт
3 Декабря 2021, 04:50

Гусев мәҙәниәт усағында оло тантана

Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашыу өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гусев мәҙәниәт усағында оло тантанаГусев мәҙәниәт усағында оло тантана
Гусев мәҙәниәт усағында оло тантана

 Гусев ауылында "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты сиктәрендә яңыртылған клубты асыу тантанаһы үтте. Дәүләт ярҙамы ауылдың мәҙәниәт усағын матди-техник яҡтан тулыһынса яңыртырға мөмкинлек бирҙе. Гусев ауылы мәҙәниәт йорто өр-яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, тамаша залы өсөн йомшаҡ креслолары менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, балалар һәм спорт бүлмәләре уйын һәм спорт ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған, бильярд, өҫтәл теннисы ҡуйылған.

Ауыл халҡының оло шатлығын уртаҡлашыу өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов килде.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас