+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2021, 15:35

Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса ҡабул итә

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы курсанттары “Пушкин картаһы” менән файҙаланып, музейҙа үткән “Һеҙҙең ҡаһарманлыҡты мәңге онотмабыҙ...” тип аталған батырлыҡ дәресендә булды.

Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса ҡабул итә
Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса ҡабул итә

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы курсанттары “Пушкин картаһы” менән файҙаланып, музейҙа үткән  “Һеҙҙең ҡаһарманлыҡты мәңге онотмабыҙ...” тип аталған батырлыҡ дәресендә булды. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белем эстәне, яҡташтарҙың хәрби ҡаһарманлыҡтары менән танышты, Советтар Союзы Геройҙары – Таһир Кусимов, Рәүеф Дәүләтов , Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов турһаында күберәк мәғлүмәт тупланы, музей залдары буйлап экскурсия ҡылды.

“Һеҙҙең ҡаһарманлыҡты мәңге онотмабыҙ...” батырлыҡ дәресе 31 декабргә тиклем дауам итә. Район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса сараларҙа  ҡатнашырға һәм музейҙы ҡарарға саҡыра.

Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса ҡабул итә
Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Пушкин картаһы” буйынса ҡабул итә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: