

Өфөлә ҙур ижади бәйге — “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтте. Етеп килгән Яңы йыл алдынан әкиәти тамаша ойошторолдо. Ике көн дауам иткән конкурста республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған балалар ижад коллективтары үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Әбйәлил намыҫын фестивалдә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның “Талисман” вокал ансамбле (етәксеһе — Фәнилә Нөғәмәнова) яҡланы.
— Быға тиклем был конкурста дистанцион рәүештә ҡатнаша инек, быйыл беренсегә шундай ҙур сәхнәлә, күмәк коллективтар араһында сығыш яһау бәхете тейҙе. Ойоштороусылар балаларға яңы йыл кәйефе тыуҙырыу өсөн ныҡ тырышҡан, һәр ерҙә матур фотозоналар ҡуйылған, мөғжизәүи мөхиткә эләккәндәй булдыҡ, — ти Фәнилә Мансур ҡыҙы. — Солистарыма рәхмәт, ныҡлы әҙерләнделәр һәм тулҡынланыуға ҡарамаҫтан, лайыҡлы сығыш яһанылар. Талантлы балалар араһында даланлы, һәләтле булыуҙарын күрһәтә алдылар. Ҡошсоҡтарым менән ғорурланам!
Үҙ номинацияларында Фидәлия Шәйәхмәтова беренсе, Гүзәл Хәйбуллина өсөнсө дәрәжәләге лауреаттар, Азалия Ғәлиуллина беренсе дәрәжәләге дипломант исеменә лайыҡ булған. Ф. Нөғәмәнованы ла профессиональ оҫталығы өсөн фестивалде ойоштороусылар Рәхмәт хаты менән бүләкләгән. Ҡыҙҙар бүләктәр, кубоктар, миҙалдар алып ҡайтҡан. "Талисман"дарҙы һәм уларҙың етәксеһен еңеү менән ҡотлайбыҙ!