Мәҙәниәт
21 Января 2022, 05:30

«Йәйғор»ҙар — Рысҡужала

«Йәйғор»ҙар районыбыҙҙың иң төҙөк, иң матур ауылдарының береһе булған Рысҡужаға юл тотто.

«Йәйғор»ҙар — Рысҡужала«Йәйғор»ҙар — Рысҡужала
«Йәйғор»ҙар — Рысҡужала

Көндөң һыуыҡ булыуы яҡты теләктәр менән юлға сыҡҡан, яҡшы уйлы кешеләргә бер ҡасан да кәртә түгел. Был юлы «Йәйғор»ҙар районыбыҙҙың иң төҙөк, иң матур ауылдарының береһе булған Рысҡужаға юл тотто. Күбәләктәр яғынан килгән ҡәләмдәштәр менән Һарыналы тауын осоп тигәндәй үтеп, «япондар»ға килеп тә еттек. Ауылға барып инеү менән күңелдәрҙе бөткөһөҙ бер шатлыҡ, күтәренке кәйеф биләп алды. Рысҡужала халыҡтың берҙәм, дәртле, уңған булыуҙары, район, республика кимәлендә ойошторолған һәр сарала урындар алыуы берәүгә лә яңылыҡ түгел. Бында берҙе ун итергә әҙер ихлас донъя көткән кешеләр йәшәй. Бына шулар ауылға ингән ыңғайы күҙгә ташланды. Ҡурсаҡ өйөләй йәтеш кенә мәҙәниәт йорто алдына барып туҡтау менән шунда уҡ ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ бөркөлдө, ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына ҡыуандыҡ.
Бында ойошторолған сараның төп маҡсаты — Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арнап, Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Силәбе өлкәһенең «Аҡмулла», райондың «Йәйғор» әҙәби ойошмалары тарафынан ойошторолған төбәк-ара сәсәндәр конкурсында еңеүселәрҙе билдәләп китеү ине. Беҙҙекеләрҙең шундай мәртәбәле сарала еңеп сығыуҙары ойошма өсөн дә, районыбыҙға ла, әлбиттә, оло ҡыуаныс булды. Сәсәндәр араһында тәүге урындарҙы тик әбйәлилдәр яуланы. Бына улар район данын яҡлаусылар: Фатима Һибәтова, Илсиә Ҡасимова, йәштәр араһынан Зөлфирә Ҡарағужина. Фәнүзә Биктимерова Аҡмуллаға арналған шиғыры менән төбәк-ара конкурста беренсе урын яуланы. Сара юҡҡа ғына «Сәсән булһаң, әйт шуны!» тип аталманы. Осрашыу ойошма ағзаларының мөнәжәттәре, шиғырҙары, халыҡ ижады ынйыларын яттан һөйләүе, концерт номерҙары, бүләкләүҙәр менән аралаштырып алып барылды. Бик матур йөкмәткеле сценарий төҙөгән, концерт номерҙары әҙерләгән клуб мөдире Фирүзә Хөсәйеноваға, ысын әртистәрҙән кәм сығыш яһамаған һәүәҫкәрҙәргә һоҡландыҡ.
Был сараға ошо ауылда «мүкләнеп» ятҡан иң оло сәсәниә Латифа Мостафинаны ла саҡырып алдыҡ. Иҫ киткес хазина йәшәй Рысҡужала! Һуғыш осоро балаһы ул, инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлай. Сәсән тиһәң дә — сәсән исмаһам! Барыһын да үҙенең шиғырҙары менән хайран ҡалдырҙы! Ижадын бер ниндәй ҡағыҙһыҙ яттан һөйләп тороуы һоҡландырҙы. Һуғыш ваҡытында бала ғына көйө күргән-кисергәндәрен күңелендә һаҡлап, бик күп бәйеттәр ижад иткән апай. Бер шиғырын да тулҡынланмайынса тыңлап булмай, ултырып иламалы. Ауыр йылдар осоро, балаларҙың әсе яҙмышы, ил менән халыҡ тарихы тотошлайы менән ярылып ята... Ҡартайған көнөндә ҡаҙмаштарҙың Мөхәмәт Ғәлимов тигән йырсыһын халыҡҡа сығарыуға өлгәшкән Рәшиҙә Фәттәхова кеүек Латифа апайҙың да шиғырҙарын яҙып алып, үҙенән һөйләттереп, аҡҡа ҡара менән баҫтырыуҙы хәстәрләү мотлаҡ кәрәк. Беҙ һуғыштан һуң тыуған балалар ул заман ауырлыҡтарын бер нисек тә һүрәтләп бирә алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә ундай хазиналарҙы баһалап, тиҙ арала ижадының бер бөртөгөн дә түкмәй-сәсмәй өйрәнеп ҡалыу кәрәк, юҡһа һуң булыуы ла бар...
Аралашыу, фекер алышыуҙар сәй өҫтәле артында ла дауам итте. «Йәйғор»ҙар алдағы көндәргә эш планы менән танышты, уртаҡ фекергә килеште. Ә башҡараһы эштәр бик күп. Был һәр кемдән ҙур яуаплылыҡ талап итеүен ижадсылар яҡшы аңлай. «Йәйғор»ҙар социаль селтәрҙәрҙә лә, ауылдар буйлап йөрөп тә төрлө темаларға тәрбиәүи саралар үткәреп тора. Республика кимәлендә лә һынатмайҙар. Оҫта ойоштороусы Фәнүзә Биктимерованың ойошма эшен юғары кимәлдә етәкләүен билдәләмәйсә булмай. Конкурстарҙа ҡатнашыуға йүнәлеш биреп, ҡанатландырып, үҙ ярҙамын күрһәтеп тороусы ла ул. Фатима апай: «Фәнүзә ҡырын яҡта йәшәһә лә бер ни ҡуймай, әйҙә лә әйҙә, тип кенә тора», — тип баһалаһа, Зөлфирә Ҡарағужина йәштәрҙе дәртләндереп, илһамландырып торғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был юлы ла сара ойошҡанлы һәм тиҙ генә уҙып та китте. Рысҡужа ауылы халҡына оло рәхмәттәр әйтеп юлға сыҡтыҡ. Ҡайтыу юлында көн дә имшегәйне, әллә беҙгә шулай тойолдомо... Эйе, күңелдәре саф, таҙа кешеләр менән аралашыу, бергә-бергә эшләү, алға оло маҡсаттар ҡуйып йәшәү күңелдә-ребеҙгә әйтеп бөтөргөһөҙ йылы хистәр өҫтәне. Хуш, Рысҡужа! Артабан да нигеҙ ҡороусыларыңдың һиңә ҡот, ырыҫ өҫтәп, матур итеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Шулай... Ауылдар матур кешеләре менән. Был тәңгәлдә рысҡужалар күптәргә өлгө халыҡ!
Мөнирә КИРӘЕВА.

Автор:
Читайте нас