

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле драматург Нәжип Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған халыҡ театрҙары араһындағы район конкурсы, театр һөйөүселәрҙе — һәүәҫкәр артистарҙы һәм тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итеп, бер тында үтеп китте.
— Конкурсты ноябрь айында иғлан иттек. Район буйынса 8 халыҡ театры иҫәпләнһә, шулар-ҙың алтауһы, бәйгене күтәреп алып, Нәжип Асанбай ижадынан әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүгә ихлас тотондо. Графикка ярашлы, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин етәкселегендәге жюри — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радмир Солтанбаев, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең һәүәҫкәр театры режиссеры Резеда Юлдашева һәм мин, мәҙәни-ял үҙәгенең методик кабинет мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова, урындарға сығып, конкурсҡа тәҡдим ителгән спектаклдәрҙе ҡарап баһаланыҡ. Бәйге театр сәнғәтен яратҡан һәүәҫкәрҙәр өсөн дә, өйҙә ултырып ялҡып киткән тамашасыларға ла матур байрамға әүерелде, — ти Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы.
Амангилде ауылының «Шәфәҡ» халыҡ театры (режиссеры Миңзәлә Юлмөхәмәтова) драматургтың «Һыу юлы» комедияһына мөрәжәғәт итһә, ҡалған коллективтар нигеҙҙә драма әҫәрҙәрен һайлаған: Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге янындағы «Шоңҡар» театры (Зөлфирә Ҡарағужина) — «Тыуған көн», район мәҙәниәт йортоноң «Йәйғор» театры (Илүзә Шәйәхмәтова) — «Һалдат әсәһе», Йәнгелдән «Мөғжизә» театры (Нәзифә Мәғәфүрова) — «Ете ҡыҙ», Хәлилдән «Сағыл» театры (Мөслимә Моталова) — «Айыу тиреһе ябынған ҡыҙ» һәм Гусевтан «Сорнай» театры (Аҡсәскә Кәримова) — «Рәйсә һәм Фәйзи»не сәхнәгә сығарған.
Ошо аҙнала конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, гран-прины йәнгелдәр — «Мөғжизә» халыҡ театры яуланы. «Шәфәҡ»тәр — I, «Шоңҡар»ҙар — II, «Сорнай»ҙар III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. «Йәйғор» ижади коллективы «Киләсәккә аманат», «Сағыл»дар «Өмөтлө театр» номинацияларында билдәләнде. Шулай уҡ башҡарған ролдәре менән сағыу тәьҫораттар ҡалдырған һәүәҫкәр артистар ҙа шәхсән номинация-ларҙа баһаланды. «Сорнай» театры актрисаһы Роза Хажиәхмәтова «Сағыу образ», Савит Мортазин («Шәфәҡ») һәм Ишморат Әхтәмов («Шоңҡар») — «Иң яҡшы ир-егет роле», Әлфиә Ғәлләмова («Шәфәҡ») һәм Айгөл Әпсәләмова («Мөғжизә») — «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», Урал Хужин («Шоңҡар»), Фирғәт Матинов («Йәйғор»), Дилә Ғәлимова («Шоңҡар»), Лена Сәйфуллина («Сағыл»), Хәмиҙә Фәтхуллина («Сорнай») — «Иң яҡшы икенсе пландағы роль» номинацияларында дипломдар менән бүләкләнде. Бүләк тигәндән, конкурс еңеүселәре булған коллективтарға һәм номинацияларға лайыҡ булған артистарға район мәҙәниәт бүлегенән «Глобус» һәм «Хозйорт» магазиндарына сертификаттар тапшырылды.