Мәҙәниәт
25 Февраля 2022, 09:10

Мәҙәниәт өлкәһенә аҡсалата ярҙам арттырыла

2022 йылда "Мәҙәниәт" милли проектын финанслауҙың ике тапҡырға тиерлек күбәйеүе көтөлә

Мәҙәниәт өлкәһенә аҡсалата ярҙам арттырылаМәҙәниәт өлкәһенә аҡсалата ярҙам арттырыла
Мәҙәниәт өлкәһенә аҡсалата ярҙам арттырыла

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2022 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса сараларҙы финанслауға 1,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк, уның 631,7 миллионы - федераль ҡаҙнанан. Был күрһәткес уҙған йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Сығымдарҙың иң ҙур өлөшө ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға, балалар сәнғәте мәктәптәре асыуға йүнәлтеләсәк.

Милли проекттың эсенә ингән өс программа - "Мәҙәниәт мөхите"нә - 1,5 миллиард; "Ижади кешеләр"гә - 134,3 миллион, "Һанлы мәҙәниәт"кә 7,3 миллион һәм аҡса бүлеү ҡаралған.

Был аҡса иҫәбенә 18 мәҙәниәт учреждениеһын яңыртыу күҙаллана, улар араһында күп өлөштө ауыл мәҙәниәт йорттары алып торасаҡ.

Ике балалар сәнғәт мәктәбенә, Ш.Хоҙайбирҙиндең йорт-музейына капиталь ремонт эшләү, 17 сәнғәт мәктәбен музыка ҡоралдары һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү планлаштырыла.

Бынан тыш, 14 ижади берләшмәгә 20 миллион һумдан ашыу ярҙам ҡаралған, 52 ауыл мәҙәниәт йорто - 100-шәр мең, уларҙа эшләгән 36 хеҙмәткәр 50-шәр мең һум ярҙам аласаҡ. "Ижади кешеләр" проектына ярашлы, бер меңдән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәре федераль үҙәктәрҙә һөнәри оҫталыҡ кимәлен күтәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Бөтә был матди булышлыҡ сараларының мәҙәниәт учреждениелары, ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең эшенә үҫеш биреүе шикһеҙ. Был, үҙ сиратында, халыҡтың мәҙәни тормошон йәнлерәк итеүгә, ҡыҙыҡһындырырға, ижади мөмкинлектәрен бойомға ашырырға ярҙам итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас