

Салауат клубында быға тиклем нәҡ ошо бинаны ремонтлау буйынса фекер алышыуға ҡоролған ППМИ буйынса йыйылышта булғайным. Халыҡ уның хәл-торошона ныҡ ризаһыҙлыҡ белдергәйне шунда. Байтаҡ йылдар үткәс мәҙәни усаҡта йыр-бейеү менән ҡаршылауҙарында уҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күрҙем. Күңел буш-юҡтан ғына йырламай ул. Ауыл халҡының, ситтә йәшәгән яҡташтарҙың иғәнәһе һәм урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында клубтың ҡыйығы яңыртылған, армстронг түшәм эшләнгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса евротәҙрәләр ҡуйғас, тамашасылар залына буйтым күркәм төҫ ингән. Ултырғыстар, сәхнә кейемдәрен яңыртҡанда тағы ла һәйбәтерәк булыр ине.
Пандемия булғас, клуб тормошо һуңғы ике йылда бер әҙерәк һүлпәнәйгән. Клуб мөдире Гөлфирә Йәлмырҙина әйтеүенсә, планға ярашлы саралар үтеп тора икән. Яңыраҡ ҡына тышта быйма байрамы уҙғарғандар. Ауылдың һәүәҫкәр әртистәре бик күп. Театр коллективы «Юғалған килен», «Изге ялған», «Нисек түҙә был йөрәк?» спектаклдәрен сәхнәләштергән. Ир-егеттәр ҙә мәҙәни тормоштан ситтә тороп ҡалмай. Зөлфәр Ғүмәров, Айнур Әхмәтов, Илгиз Йәлмырҙин, Рим Әхмәтов матур йырлаһалар, бер йылы Ильяс Дәминдаров призына үткән район гармунсылар конкурсында Таштимер биләмәһе исеменән сығыш яһаған ансамблдең биш гармунсыһы — Таһир Шәйәхмәтов, Иршат Ибраһимов, Хәбир Сәйфетдинов, Фазыл Зәйнуллин, Илгиз Йәлмырҙин Салауаттан булған. Ә ҡатын-ҡыҙҙар һәр сараның уртаһында ҡайнай. Улар ауыл активы ла — ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары. Бына шул иң әүҙем гүзәл заттарҙы берләштерә лә инде клуб янында эшләп килгән «Моһаҡ ынйылары» фольклор коллективы.
Ансамблгә нигеҙ бынан 20 йыл элек һалынған. «Клуб мөдире Ғәлиә Ҡаһарманова менән оло быуын кешеләрен туплап башлап киттек, тәүҙәрәк исеме лә булманы, һуңғараҡ йылғабыҙҙың исемен ҡушып «Сатра» тип йөрөттөк. Әммә ул исемде рифмаға һалып булмағас, «Мо-һаҡ ынйылары» тип үҙгәрттек. 2012 йылдан йәш мөдир етәксе-легендә йырлап-бейеп йөрөйбөҙ, хәҙер төркөмгә йәштәр ҙә ҡушылды», — ти коллективтың тәүге ағзаларының береһе, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булған хеҙмәт ветераны Мәрхәбә Нөғәмәнова.
Коллектив 17 ҡатын-ҡыҙҙан тора. Уны ойоштороусы, һуңғы йылдарҙа ветерандар советы эшен дә етәкләгән Ғәлиә апай бер йыл элек гүр эйәһе булған. Әммә уның яҡты иҫтәлеге булып ансамбль йәшәйәсәк. Сөнки уға йәм биреп, йән өрөп торған йырлы күңелле апайҙар, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар «айт тигәнгә һайт итеп» йыйылырға әҙер генә тора. Үҙҙәренең чаттары ла бар — үәт замана! Бөтәһе лә милли кейемдәр тектергән, һаҡал-хәситәләр эшләп алған, йәштәр составының хатта хәрби формаһы ла бар. Иң ололары булған Рәхимә Әхмәтйәнова һәм Мәрхәбә Нөғәмәнова быйыл 70 йәштәрен тултыра. Уларға етәгеләр: Гөлсара Ибраһимова һәм Рауза Сәғитова. Гөлсирә Шакирова, Зөлфирә Йәмилхина, Гөлдәр Аҡмырҙина, Нәзилә Моратова хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә. Йәштәрҙән Айһылыу Ғөбәйҙуллина хосписта эшләй, Гөлсиә Аҡсурина ауыл китапханасыһы, әле декрет ялында. Гүзәл Хафизова, Нәрисә Әхмәтова, Миләүшә, Нурзилә һәм Земфира Әхмәтйәновалар ҡалаға йөрөп эшләйҙәр. Әлфиә Мәғзүмова өй хужабикәһе. Кемде генә алма — һәр береһе ғаиләле, донъя көтә, бала тәрбиәләй, эшләй, ейәндәр ҡараша. Әммә ауылдың йәмәғәт һәм мә-ҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашырға ваҡытын таба. Айһылыу, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та актив эшләй. Миләүшә менән икеһе былтыр «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булғандар. Гөлсара, Мәрхәбә апайҙар шулай уҡ 5-әр бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бына шундай ололар һәм йәштәр араһында матур мөнәсәбәт өлгөһө булып берҙәм коллектив эшләп килә Салауатта. Айырым да сығыш яһайҙар. Өлкән апайҙар Өфөгә милли кейем парадына барып ҡайтһалар, йәш ҡатындар бейеү буйынса «Әбйәлил ритмдары» конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын алғандар. Пандемия ҡушҡанса онлайн да уларға ят түгел: Байым күп тармаҡлы мәҙәни үҙәге үткәргән «Моңло бишек» дистанциялы конкурсында гран-при яулағандар.