Министр шулай уҡ ил буйынса Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителгән 2022 йылға мәҙәниәт өлкәһенә ҡуйылған бурыстар һәм үткәреләсәк саралар тураһында иғлан итте. “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы яңы бурыстарҙы билдәләне, финанслау күләме былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек артыуын – 2,6 миллиард һум тәшкил итеүен, ә федераль саралар 3,3 тапҡырға артыуын белдерҙе. Әминә Шафиҡова муниципалитеттарҙың Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының модель катапханалар һәм кинозалдарҙы модернизациялау конкурс процедураларында әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.
Ағымдағы йылда Өфөлә Ҡурсаҡ һәм рус дәүләт театрҙарын реконструкциялау, Евразия китапханаһын проектлау буйынса эштәр башлана. Реконструкциянан һуң Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы ишектәрен асасаҡ. Өфөлә билдәле опера йырсыһы Федор Шаляпиндың музейын булдырыу буйынса эштәр башлана. Ул 2023 йылда артистың тыуыуына 150 йыл тулыуға ҡарата асыласаҡ. Шулай уҡ 2024 йылда уҙасаҡ I Балалар фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек башланасаҡ.
Фото: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/433419/
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан