Бар ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаған СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановҡа арналған, уның хеҙмәттәре урын алған «Ғүмер юлдары» исемле китап донъя күрҙе. Китаптың төҙөүсе-туплаусыһы, мөхәррире Ғүмәр Ғилман улының кейәүе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.
Бөйөк Ватан һуғышында Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов кесе лейтенант булып хеҙмәт итә, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары I дәрәжә һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «1941-1945 ййылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән баһалана.
Ауылыбыҙҙың ғына түгел, Әбйәлилдең оло шәхесе Ғүмәр Ғилман улы төп уҡытыусылыҡ эшенән тыш бар булмышын үҙе йәшәгән мөхиткә, йәмғиәткә арнаны. Уның һәр эше киләсәк өсөн эшләнде, һәр һүҙе әҙәп-әхлаҡҡа нигеҙләнде. Бала саҡтан, иҫ белә башлағаны бирле, беҙҙең өсөн Ғүмәр апа һәр яҡтан өлгө, ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле кешеһе булды. Балаларға белем-тәрбиә биреү эшенән тыш, ул ауылыбыҙҙың шәжәрәһен (Күсем шәжәрәһе) төҙөнө, герой ауылдашыбыҙ — Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Кусимовтың музейына нигеҙ һалды, музейҙың тәүге директоры булды. Әйтеүе анһат, ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр менән төҙөнө, эшләне, тип, ул һүҙҙәргә бит кеше ғүмере һыйған. Иң ғәжәбе шул, ауылдаштар, уның был эштәрен, ул шулай булырға тейеш, тип ҡабул итте, шикелле. Хәтеремдә, музейға нигеҙ ауылдағы башланғыс мәктәптең бер бүлмәһендә Дан мөйөшө булараҡ һалынды. Беҙ, бәләкәй класс уҡыусылары, ундағы һәр нәмәне ҡыҙыҡһынып ҡарай инек. Артабан хәҙерге урынында, Таһир Кусимов йәшәгән йорт нигеҙендә айырым бина булараҡ эшләтеүгә, һуңғараҡ реконструкция эшләтеүгә күп көс һалды Ғүмәр Ғилман улы. Йәнә шул иғтибарға лайыҡ, бер ниндәй матди ҡыҙыҡһыныуға бәйле булмаған ошо эштәрҙең барыһына ла ғаиләһен ышандыра, йәлеп итә алыуы айырым хөрмәткә лайыҡ. Тап Ғүмәр апаның балалары, кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәренең үҙе кеүек аңлы, фекерҙәш булып һәр яҡтан ярҙам итеүҙәренең һөҙөмтәһе — ауылдаштарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы шәжәрәле булыуында, Таһир Кусимовтың исеме мәңгелләштерелеүендә. Дөрөҫөн әйткәндә, Ғүмәр Ғилман улы бар ғүмере буйы бөртөкләп йыйған алтынға бәрәбәр хеҙмәтенән бөйөк хеҙмәт хасил булған, тап ошо бөйөк эштәрҙе эшләп үҙенә лә һәйкәл ҡуйҙы, тип әйтһәм, хаталанмамдыр.
Музей эше — ул энтузиастар эше, музейҙа кем етте шул эшләй алмай, сөнки үҙендә тарих, сер, асыш йәшәткән музей — ул матди ҡиммәттәр түгел, рухи ҡиммәттәр сығанағы. Рухи бейеклеккә һәр кем күтәрелә алмай.
Китапта үҙ еренең патриоты булған яҡташыбыҙҙың бөтә хеҙмәттәре тупланған. Баҫмала шулай уҡ Ғүмәр Ғилмановтың замандаштарын, балаларының һәм яҡындарының хәтирәләре, документтар күсермәләре, ғаилә архивынан фотолар ҙа урын алған. «Ғүмер юлдары» китабы беҙгә лә, киләсәк быуынға ла файҙалы сығанаҡ булып оҙон ғүмерле булыуына иманым камил. Китапты сығарған Ғүмәр Ғилман улының балаларына, айырыуса Ҡәҙим Абдулғәлим улы Аралбаевҡа ауылдаштарым исеменән рәхмәтемде белдерәм.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
Күсем ауылы.