-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март 2022, 14:05

Тамсылар йырлап тама

Йыл һайын ошо мәлдә йәш таланттарҙың «Яҙғы тамсылар» бәйгеһе уҙа

Тамсылар йырлап тама
Тамсылар йырлап тама

Республика конкурсының район этабында быйыл Т. Кусимов исемендәге гимназиянан, Гусев, Красная Башкирия, Хәмит, Әбделмәмбәт, Ишҡол, Амангилде, Дәүләт, Тупаҡ, Озерный, Рауил, Ташбулат, 1-се Асҡар, Таштуй, Дәүләт, Йәнгел мәктәптәренән 50-нән ашыу йырға маһир уҡыусы ҡатнашты.
Конкурс район балалар ижады йорто сәхнәһендә үтте. Пандемия сәбәпле, күпләп халыҡ йыймау маҡсатында, һәр белем усағынан ҡатнашыусылар үҙҙәренә бүленгән тәғәйен ваҡытта килеп сығыш яһаны. Хатта теләк буйынса онлайн ҡатнашыу мөмкинлеге лә бирелде. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең сығыштары видеояҙмалар аша тыңлап баһаланды.
Нимә генә тимә, пандемияға тиклемге әүҙемлек юғалды. Был бөтә сараларға ла ҡағыла. «Яҙғы тамсылар» конкурсы ла элек нисек гөрләп үтә ине, ҡатнашыусылар хатта 100-ҙән ашып китә торғайны. Коронавирустан бигерәк, бәлки, яңы талаптарға ярашлы, уҡыу программаһында музыка дәрестәренең ҡыҫырыҡлана барыуы ла конкурстың һүлпәнәйеүенә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Үкенескә күрә, эстетик тәрбиә биреүсе, матурлыҡты күрергә, сәнғәтте яратырға өйрәткән музыка һәм рәсем дәрестәре мәктәптәрҙә ике аҙнаға бер тапҡыр ғына үткәрелә шул хәҙер. Шулай ҙа конкурс уҙҙы, бәйгеселәр талантына, әҙерлегенә күрә тейешле баһаһын алды. Сәхнәгә тәүгә юл ярыусылар ҙа, ошо «Яҙғы тамсылар»ҙа электән ҡатнашып, оҫтара, ҡыйыулана, йылдан-йыл тауыштары асыла барғандар ҙа булды.
Конкурстың гран-приһына Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Әҙеһәм Килдейәров лайыҡ булды. Ә дөйөм алғанда бәйге өс йәш категорияһында солистар һәм ансамблдәр араһында уҙҙы, эстрада һәм халыҡ йырҙары айырым баһаланды. 6-10 йәшлектәрҙе үҙ эсенә алған бәләкәйҙәр төркөмөндә Сиҙәм мәктәбенә Самира Әхмәтова беренсе урын алды. Икенсе урын Әлфиә Ғүмәрова (Ишҡол) Әминә Мостафина (Амангилде), Алмаз Хәйруллин (Гусев) һәм Наҙгөл Зөлҡәрнәеваға (Әбделмәмбәт) бирелде. Көнһылыу Мөхәмәтйәнова (Хәмит), Амелия Ғибәҙәтова (1-се Асҡар), Артем Голо-венко (Красная Башкирия) өсөнсө урын яуланы.
Урта йәш төркөмөндә — 11-14 йәшлектәр араһында Гөлдәриә Мусина (Әбделмәмбәт), Азиза Латипова (Озерный) — беренсе, Элина Шәһәрғазина (Ишҡол), Богдан Соколов (Рауил) — икенсе, Нурия Ғибәҙәтова (Дәүләт) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Өлкәндәр араһында беренсе урын бәхәсһеҙ Азалия Рамаҙанова (Гусев) һәм Тимур Мөстәҡимовҡа (Сиҙәм) бирелде. Салауат Баймөхәмәтов (Күсем руднигы) — икенсе, Тимерхан Вәлиев (Амангилде), Лира Муллағәләмова (Тупаҡ) өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Ансамблдәр ҡыуандырҙы. Көслө генә сығыштар булды. Бында берҙәм концерт костюмын әҙерләү, транспорт мәсьәләһен хәл итеп, ауылдарҙан коллектив менән килеп етеү үҙе генә лә маҡтауға лайыҡ. Бәләкәйҙәр төркөмөндә «Домисолька» (Гусев), «Егеттәр» (Красная Башкирия) һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия ансамблдәре еңеүсе булды. Урта төркөмдә «Талисман» (гимназия) — беренсе, «Ынйылар» (Ташбулат), «Йондоҙҙар» (Хәмит) — икенсе, «Нур» ансамбле һәм дуэт менән сығыш яһаған Әлиә Ғибәҙәтова менән Анастасия Семечева (Красная Башкирия) өсөнсө урын алды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: