+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2022, 14:26

Күптән көтөлгән социаль-мәҙәни үҙәк

Оло-Теләктә халыҡ өсөн бик кәрәкле социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә. Уның 300 урынлыҡ залы буласаҡ. 

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Социаль-мәҙәни үҙәктең дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан артып китәсәк. 

Төҙөлөш эштәре былтыр апрель айынан башланған. 2022 йылдың аҙағына мәҙәниәт усағы әҙер буласаҡ. 

Урындағы халыҡ был хаҡта 30 йыл тирәһе хыялланған. Өс меңдән ашыу халҡы булған Оло-Теләк клубы 1948 йылда уҡ һалынған икән. 

Проект буйынса 300 урынлыҡ зал, компьютер студияһы, балалар өсөн уйын залы, тренажер залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, балалар сәнғәт мәктәбе, модель китапханаһы булдырыу ҡаралған. 

Автор:
Читайте нас: