+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2022, 10:14

“Пушкин картаһы”н ҡулланып

“Пушкин картаһы” программаһы йәш быуынды мәҙәниәткә йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

“Пушкин картаһы” программаһы йәш быуынды мәҙәниәткә йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Февраль айынан карта буйынса Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамында үҙ илебеҙҙә төшөрөлгән сеанстарға билет алырға мөмкин. 

– “Пушкин картаһы” проекты ярҙамында балалар бер тин аҡсаһын сығармай мәҙәни ял итә ала. Икенсенән, үҙ илебеҙҙә сыҡҡан фильмдар ҡарау белем алыу йәһәтенән дә файҙалы, күп картиналар ил тарихы, билдәле чемпиондар, ижад, фән  кешеләренә арналған бит, – ти “Йәштәр һарайы” директоры Регина Хамматова.

“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ойошторолған саралар мәҙәниәт усаҡтарына йөрөүселәрҙе, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә һанлы ресурстарға мөрәжәғәт итеүселәрҙе арттырыуға йүнәлтелгән.

14 йәше тулған, 23 йәшкә етмәгән йәштәргә “Пушкин картаһы”н йылдың һәр миҙгелендә алырға мөмкин. Культура.РФ сайтында был хаҡта ентекле яҙылған.

Автор:
Читайте нас: