+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2022, 10:35

Заманса мәҙәниәт усағы

Иглин районы Оло Теләк ауылында 300 урынлыҡ залы булған социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә.

#нацпроект #регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Ауыл старостаһы Хәлит Хатипов әйтеүенсә, ауыл халҡы был клубты утыҙ йылдан ашыу көтә. Әлегеһе 1948 йылда төҙөлгән булған.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә барған төҙөлөш эштәре үткән йылдың апрелендә башланған, 2022 йыл аҙағында тамамлау күҙаллана. Ауыл советында өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Яңы мәҙәниәт усағының дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу, тип хәбәр итә  Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Проект буйынса бинала 300 урынлыҡ тамаша залы, фойела кафетерий, компьютер студияһы, балалар уйын бүлмәһе, тренажер залы, аппараттар, тауыш режиссеры бүлмәһе, 15 мең том һаҡланасаҡ модель китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе ҡаралған.

Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-03-23/ya-ysa-yal-uryny-2740099

Автор:
Читайте нас: