

Байымда балалар театры ойошторолоуы тынғыһыҙ етәксе, режиссер, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Таһирова исеменә бәйле. Римма Вәли ҡыҙы етәкләгән түңәрәктә сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһаусылар араһында бөгөн Фаяз Йәнтүрин, Рита Ҡарасурина, Фәнил Толонғужин кеүек театраль даирәлә билдәлелек яулаған профессиональ артистар ҙа бар.
«Күбәләк» өлгөлө балалар театрында әлеге ваҡытта ике төркөмдә 18 бала шөғөлләнә. Йәш актерҙар менән һәр яҡтан маһир режиссер Марс Сәйетғәлин эшләй. Йыл һайын төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып «күбәләктәр» әһәмиәтле урындар яулап килә. Былтыр онлайн рәүештә уҙған «Ҡыңғырау сыңы» балалар театр коллективтары республика фестивалендә беренсе һәм икенсе урынға лайыҡ булғандар. Ағымдағы йылда иһә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға иҫәптәре. Әйткәндәй, «Театраль Волга буйы» студент һәм мәктәп театрҙары округ фестиваленең ағымдағы миҙгелендә «Иң яҡшы афиша» конкурсына ла ижади эштәрен ебәргәндәр. Еңеү көнөнә ҡарата өлкәндәр төркөмө менән репертуарҙарында электән булған Шакир Насировтың «Иҫке шинель» һәм Фәрзәнә Аҡ- булатованың «Атай икмәге» спектаклдәрен тергеҙеү өҫтөндә эш башлағандар.
«Р»-һыҙ ҡалған Мырҙабай»ҙы сәхнәгә 12 йәшкә тиклемге бәләкәйҙәр төркөмө ҡуйған. Ныҡышмал әҙерлек һөҙөмтәһен биргән. Спектаклдең премьераһы ауылда аншлаг менән үткән. Тамаша ҡылырға кескәй әртистәрҙең ата-әсәләре, туғандары, уҡытыусылары, класташтары, ғөмүмән, бөтә мәктәп килгән. Ихлас алҡыштар сәхнәгә тәүгә юл ярыусы балаларға ҡанат ҡуйған. Әйтергә кәрәк, тамаша «Пушкин картаһы» программаһына ла индерелгән.
Балалар — Тимур Таһиров (Мырҙабай), Азалия Ғәлиәкбәрова (кәзә), Фаяз Ғабдуллин (Көлтәғойроҡ), Катя Четвириченко (Сысҡанбикә), Нурсолтан Миңлебаев (һарыҡ), Илназ Өмөтбаев (Йылтыргүҙ) сәхнәләге ролдәрен уңышлы башҡарған. Төп ролде уйнаусы Тимурға һаҡау булып һөйләшергә өйрәнергә тура килһә, үҙен бик оҫта әртис итеп күрһәткән Азалия йыл асышы булған.
— Маҡсатыбыҙға ирештек. Был — балаларҙың һәм мәҙәниәт йорто коллективының ҙур хеҙмәте. Ғөмүмән, бөтә ергә лә бер режиссерҙың ғына ҡулы етмәҫе билдәле. Бергәләп эшләмәһәң, бер нимә лә килеп сыҡмай. Художество етәксеһе, шулай уҡ беҙҙең театрҙа атай ҙа булған Илгиз Ғабдуллин декорацияны әҙерләне. Балетмейстр Альбина Ғатауллина һәм ауылда сәс йүнәтеү, визаж оҫтабикәләре булған уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Илнара Малыбаева, Гөлназ Ғатауллина образдар һәм грим өҫтөндә эшләне. Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүгә Ирес Илһамов бөтә оҫталығын һалды. Балаларҙың театрға йөрөүҙәренә ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың ыңғай ҡарашта булыуының да йоғонтоһо бар. Сәхнәлә бала асыла, ҡыйыулана, телмәре үҫешә, матурлыҡты тойорға өйрәнә. Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәп етәкселеге лә уҡыусыларҙың мәҙәни тормошҡа ылығыуын фәҡәт хуплай ғына. Театр түңәрәгенән тыш, 72 бала «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Хатта Яңы Балапан, Йәнекәй, Рәхмәт ауылдарынан йөрөйҙәр. Бына әле премьеранан һуң театрға йөрөргә теләк белдереүселәр уғата күбәйҙе, — ти театрҙың режиссеры, Байым күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто директоры Марс Мөҙәрис улы.