+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Апрель 2022, 11:45

Пушкин картаһын ҡулланып

Район тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы уҡыусылары өсөн Пушкин картаһы буйынса күсмә сара ойошторҙо.

Пушкин картаһын ҡулланып
Пушкин картаһын ҡулланып

Район тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы уҡыусылары өсөн Пушкин картаһы буйынса күсмә сара ойошторҙо.

Сара барышында егеттәр һәм ҡыҙҙар “Блокада һәм уның геройҙары” күргәҙмәһе менән танышты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградты оборонолауҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хаҡында белде. Уҡыусылар иғтибарына“Блокада көндәлеге” исемле фильм тәҡдим ителде.

Ленинградты обороналауҙа ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Яңауыл ауылынан яугир Заһит Хисмәтовтың ҡаһарманлығы тураһында тын да алмай тыңланылар. Яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен эҙәрмәндәр һуғыш бөткәс, 56 йылдан һуң таба һәм ул тыуған ауылы Яңауылға алып килеп ерләнә.

Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар

Пушкин картаһын ҡулланып
Пушкин картаһын ҡулланып
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: