+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Апрель 2022, 16:55

Республика мәҙәни башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар аласаҡ

Башҡортостан еңеүсе гранттар һаны буйынса илдә алтынсы һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Республика Рәсәй  Президентының мәҙәни башланғыстар фондынан 27,7 миллион һумлыҡ гранттар йәлеп итәсәк. Март аҙағында фондтың 2022 йылғы беренсе конкурсына йомғаҡ яһалған, унда бөтәһе 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостандың 22 муниципалитеттан 39 еңеүсе асыҡланған. Заявкаларҙың иң күбе  Өфөнән, 10 ҡатнашыусы грант аласаҡ. Икенсе урында Ғафури районы - биш ғариза авторы грант яҡлай алған. Сибайҙан, Белореттан, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарынан икешәр проект еңеүсе булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: