-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2022, 08:00

Музыка ҡоралдары ҡайтарылды

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибай ҡалаһындағы балалар музыка, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт мәктәптәренә музыка ҡоралдары, махсус ҡорамалдар һәм башҡа кәрәкле материалдар алынған.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Яңы музыка ҡоралдары балаларға башҡарыу оҫталығын камиллаштырырға, музыканы тағы ла нығыраҡ яратырға, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә яңы еңеүҙәргә ирешергә ярҙам итер”, – ти Балалар музыка мәктәбе директоры И. Хоҙайғолова.

“Мәҙәниәт” милли проектының өҫтөнлөклө йәүнәлештәренең береһе булып үҙ һәләттәреңде  асыу һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү тора. Маҡсатлы күрһәткестәр араһында – балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары менән тәьмин итеү.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-04-06/uynat-le-bayany-dy-2758393?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас: