+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 09:58

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

Түбәнге Ләмәҙ ағинәйҙәре ут күршеләрҙең ҡәҙерен белә.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йортонда, «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ярашлы, «Демография» милли проектының (национальный проект "Демография") «Халыҡ һаулығын нығытыу» төбәк проекты сиктәрендә «Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” конкурс-уйыны уҙғарылды.

“Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары “Ҡапҡа төбөндә кис ултырыу” күренеше менән халҡыбыҙҙың онотолоп барған матур ғәҙәттәрен иҫкә төшөрҙө. “Ут күрше” һүҙе лә тәрән мәғәнәғә эйә. “Өй алырҙан элек күршеңде һайла”, тип тә әйтәләр, тимәк, күрше – ул тормошоңда иң кәрәкле кеше. Уның менән көн дә күрешәһең, ҡайғы-шатлығыңды уртаҡлашаһың, ауыр саҡта ярҙамға саҡыраһың, ауырып китһәң дә, уға мөрәжәғәт итәһең.  “Күршенең тауығы ҡаҙҙай” тип сәмләнеп донъя көткән саҡтар ҙа була.

Сараның икенсе өлөшө бәйге рәүешендә барҙы. Күршеләрҙән торған өс команда сослоҡта, йылғырлыҡта, зирәклектә көс һынашты.

Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре, бешергән тәмле ризыҡтары күргәҙмәне йәмләне. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылғандан һуң, күркәм сараны ауылдаштар Вәғиз Ғәлләмовтың гармун моңона ҡушылып “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән йөкмәткеле йыр менән тамамланы.

Фото: vk.com/lemezisdk

Автор:
Читайте нас: