+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 10:00

Йөрәктән сыҡҡан Рәми һүҙе

«Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған «Йөрәк һүҙе» конкурсын ойошторҙо.

Йөрәктән сыҡҡан Рәми һүҙе
Йөрәктән сыҡҡан Рәми һүҙе

«Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған «Йөрәк һүҙе» конкурсын ойошторҙо. Ижади бәйгелә Красная Башкирия, Озерный, Дәүләт, Яңауыл, Ҡушый, Таҡһыр, Юлдаш, Ишбулды, Әбделмәмбәт, Хәмит, Таштимер, 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары, уҡытыусылар көс һынашты. Ҡырҡтан ашыу бәйгесе ҡатнашҡан шиғри ярыш рух, тел, сәм байрамына әйләнде. Балалар һәм өлкәндәр Рәми Ғариповтың йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен аһәңле итеп еткерә алды. Бай ижади мираҫ, аҫыл хазина ҡалдырған шағирҙың туған телгә, атайсалына, донъяға, яҡындарына сикһеҙ һөйөүе сағылған үлемһеҙ әҫәрҙәре сәхнәнән яңғыраны.
Конкурс талаптарына ярашлы, ҡатнашыусылар өс йәш категорияһында көс һынашты. Сығыш яһаусылар барыһы ла яҡшы әҙерлек күрһәтте һәм жюри ағзаларына еңеүсене һәм призерҙарҙы билдәләү еңелдән булманы.
Ишбулды ауылынан Лилиә Ғүмәрова шағирҙың тамамлап та өлгөрмәгән «Яндырылған хаттар» поэмаһын күңелгә үтеп инерлек тетрәндергес итеп һөйләй алды, залдағы тамашасылар күҙ йәштәре аша Рәми Ғариповтың үҙенең генә түгел, тотош ил иңенә төшкән әсе яҙмышын асырғанып тыңланы. Лилиәгә жюри иң юғары баһа ҡуйҙы һәм ул конкурстың Гран-приһын яуланы. Үҙен сәхнәлә ысын әртистәрсә тотҡан, һөйләү оҫталығы юғары булған ҡыҙ киләсәктә республика кимәлендә «Йөрәк һүҙе»ндә үҙ һүҙен еткерер тигән ышаныс бар.
Беренсе йәш төркөмөндә тәүге урынға Русалина Фәттәхова (Т. Кусимов исемендәге гимназия) лайыҡ булды. Икенсе урынды Азалия Ласынова (Таҡһыр), Әлфиә Ғәлимйәнова (гимназия), Нурия Ғибәҙәтова (Дәүләт), өсөнсөнө Линара Йәнекәйева (1-се Асҡар мәктәбе), Фидан Хәлисов (Ишбулды), Айгизә Мәғәфүрова менән Дилбәр Фәйезова (икеһе лә гимназиянан) алды.
Икенсе төркөмдә көслө конкурсанттар сығыш яһаны. Бында ла Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары юғары әҙерлеге менән айырылып торҙо. «Әсәйем ҡулдары» шиғырын тасуири итеп һөйләгән Гүзәл Хәйбуллина (гимназия) беренсе урынға лайыҡ булды. Р. Ғариповтың тап беҙҙең район һылыуҙарына арнап яҙылған «Ҡыҙыл ҡыҙы» шиғырын Алһыу Рәхимова (һүрәттә, гимназия) скрипкала уйнап, һөйләп ишеттерҙе. Ул үҙенсәлекле сығышы менән икенсе урында билдәләнде. Зилиә Батыршина (Үрге Әбдрәш) менән Эльвина Йомағужина (гимназия) икенсе, Анастасия Афанасьева (Дәүләт) менән Әҙилә Байгилдина (Ишбулды) өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Өсөнсө төркөмдә өлкәндәр шиғри бәйгегә сыҡты. Беренсе урынды Рәмилә Рәхмәтова (Асҡар), Илһөйәр Абдуллина (Хәмит) икенсене, Гөлфиә Моратшина (Әбделмәмбәт) өсөнсө урынды алды.
Конкурсты ойоштороусылар еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Етәкселәргә һәм ата-әсәләргә балаларҙы яҡшы әҙерләгән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
— Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан һәм йөрәк һүҙен еткергән һәр уҡыусы еңеүсе. Шиғырҙы музыкаль яҡтан оҙатыу, үҙ-үҙеңде тотоу, образ булдырыу — барыһы ла яҡшы уйланылған. Тик конкурста малайҙар күберәк ҡатнашһын ине тигән теләк бар. Өлкәндәр үҙ сығыштарына мәктәп программаһына ингән шиғырҙарҙы һайламаһын тип әйткем килә. Рәми Ғариповтың ижади мираҫы бай, шуға шиғырҙары ҡабатланмаһын. Дөйөм алғанда, шиғри һүҙҙең бәҫен белгән һәм аңлаған йәш быуын үҫеп килеүе ҡыуандырҙы, — тине жюри ағзаһы, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Баймырҙина.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: