Мәҙәниәт
23 Апреля 2022, 03:20

Ағинәйҙәр йыйыны

Cиҙәм мәҙәниәт йортонда үткән Башҡортостан республикаһының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева менән осрашыу сараһына Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағинәйҙәр йыйыныАғинәйҙәр йыйыны
Ағинәйҙәр йыйыны

Cиҙәм мәҙәниәт йортонда үткән Башҡортостан республикаһының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева менән осрашыу сараһына Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре йыйылды.

 Сара клуб фойеһында Cиҙәм ауылы ағинәйҙәрҽнең ҡул эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылды. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһҽнҽң вҽтҽрандар совҽты рәйесе Булат  Шөғүров, биләмәнең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәҙинә  Ғүмәрова ҡунаҡтарҙы йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Артабан Урал ағинәйҙәре – Әлмөхәмәт МТС-ынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар талҡан эшләү йолаһын күрһәтте,әлмөхәмәттәр буҙа ҡойоу серҙәре менән бүлеште, сиҙәмдәр ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ иттерҙе. Шулай уҡ йыр-бҽйҽүгә маһирлыҡтарын да күрһәтте ағинәйҙәр.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы үҙенең сығышында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеүҙә, пропагандалауҙа, мәҙәниәтте үҫтереүҙә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли рухты үҫтереүҙә ағинәйҙәр ҡоро йәмәғәт ойошмаһының әһәмиәте, был эшкә индергән тос өлөшө тураһында бәйән итте.

 Унан һуңһүҙ алған район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Роза Таһирова,Таштимер ауыл  биләмәһенән  Әсмә  Тайыпова, район вҽтҽрандар совҽты рәйесҽ  Ансар Төлкөбаев

ағинәйҙәр ҡоро эшмәкәрлегенә бәйле үҙ фекерҙәрен белдереп, артабанғы эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләне.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас