+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель 2022, 08:15

Саф һауала күргәҙмә

Октябрьский ҡалаһының А.Шокуров исемендәге  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 21-се микрорайонда асыҡ күргәҙмә ойошторҙо. Аҙыҡ-түлек кибете эргәһендә ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы “Октябрьский фотойылъяҙмаһы” тип аталған экспозиция ҡаршы алды.

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Октябрьский ҡалаһының А.Шокуров исемендәге  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 21-се микрорайонда асыҡ күргәҙмә ойошторҙо. Аҙыҡ-түлек кибете эргәһендә ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы “Октябрьский фотойылъяҙмаһы” тип аталған экспозиция ҡаршы алды.

Тыуған ҡалаһының аҡлы-ҡаралы фотоларҙа һынланған күренештәре үтеп барыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Оло йәштәгеләр айырыуса иҫтәлектәргә бирелде, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Эксперимент халыҡҡа оҡшаны.  Бындай акцияларҙы киләсәктә лә үткәрергә уйлайбыҙ. Кешеләрҙе тарихҡа, сәнғәткә яҡынайтыу өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ғилми хеҙмәткәре Валерий Абдразаҡов.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-04-28/muzey-e-e-g-kil-2788422?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас: