+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2022, 12:25

Асҡар сәнғәт мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Мәктәптә шөғөлләнеүселәрҙең ағымдағы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса отчет концерты нәҡ ошо юбилейға бағышланды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Асҡар сәнғәт мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Асҡар сәнғәт мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ярты быуаттан ашыу тарихҡа эйә мәктәп бик күп билдәле сәнғәт әһелдәре өсөн ижади башланғыс усағы булған. Хәҙерге көндә лә музыка, хореография, һынлы сәнғәт йүнәлештәре буйынса белем алыусылар райондың  мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ижади һәләттәрен һынай, еңеүҙәр яулай. Бында 14 йүнәлеш буйынса 474 бала өҫтәмә һөнәр үҙләштерә. Уларҙың үҫешенә үҙ эштәренең оҫталары булған остаздар бөтә көсөн һала.  

2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Асҡар сәнғәт мәктәбе өр-яңы концерт музыка инструменттарына эйә булыуы, шулай уҡ матди базаның музыкаль-техник ҡорамалдарға байыуы  киләсәктә белем усағына яңы бейеклектәргә күтәрелеүгә, артабан үҫешергә ҡеүәтле этәргес буласаҡ.  Бынан тыш, ағымдағы уҡыу йылында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы мәктәпкә “Н. Рубинштейн” пианиноһын алып бирҙе.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Асҡар сәнғәт мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Асҡар сәнғәт мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: