-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2022, 14:45

“Тамашасы һөйөүе призы” күбәләктәрҙә!

“Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә Байым күп тармаҡлы мәҙәниәт йортоноң “Күбәләк” театры “Тамашасы һөйөүе призы” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.

“Тамашасы һөйөүе призы” күбәләктәрҙә!
“Тамашасы һөйөүе призы” күбәләктәрҙә!

Быйыл милли театрҙар фестивале Белорет ҡалаһында уҙҙы һәм Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан сәхнә жанрына ғашиҡ 18 коллективты йыйҙы. Байым ауылының “Күбәләк” халыҡ театры (режиссеры М. М. Сәйетғәлин) “Тамашасы һөйөүе призы” номинацияһында билдәләнде. Улар абруйлы жюри иғтибарына Наил Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар” комедияһын тәҡдим итте. Артистар Рафиҡа Әғзәмова һәм Тәғзимә Махийәнова “Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтенә хеҙмәт иткән өсөн” номиницияһында диплом менән бүләкләнде.

“Тамашасы һөйөүе призы” күбәләктәрҙә!
“Тамашасы һөйөүе призы” күбәләктәрҙә!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: