

Легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се атлылар дивизияһы күрһәткән батырлыҡтар хаҡындағы спектаклдең даны бөтә республикаға таралды. Рухлы, бай йөкмәткеле һәм күптәрҙең күңелен әсир иткән сәхнә әҫәрен Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән. Проекттың художество етәксеһе — яҡташыбыҙ, театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахманов. Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, рәссамы — Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев, хореографы — Рәйес Низаметдинов. Проекттың консультанты — билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин. Төп ролдә — комдив ролендә — Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты актер Артур Кәбиров.
«Шайморатов — ябай ауыл егете, Хәрби Академияны тамамлаған, биш тел белгән, атаҡлы полководец булған. Беҙ спектаклдә уның бала сағын күрһәтмәйбеҙ, ә шунда уҡ һуғыш осоронан, уның өлөшөнә төшкән һынауҙарҙан башлайбыҙ, — ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов һәм шайморатовсылар тураһындағы тамашала танылған актерҙар уйнай. Төп ролде — Миңлеғәле Шайморатовты Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров уйнай.
Шуныһы ҡыуаныслы, был спектаклдә Әбйәлил еренән сыҡҡан актерҙар — яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Сара Буранбаева, актриса Зиләрә Юлтаева ла ҡатнашалар. Әбйәлил егете Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр пермияһы лауреаты Ринат Баймырҙин данлы яҡташыбыҙ Таһир Кусимов образын кәүҙәләндерә. Театр директоры Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Фәйзуллин да — Әбйәлилдән сыҡҡан ир-уҙаман, был гастролдәргә фатиха биреп матур теләктәр менән оҙатып ҡалды.
Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙары, БР Милли тарих архивы һәм Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған. Сәхнәләге хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған, ундағы ваҡиғалар экрандағы кинохроникалар менән үрелеп бара.
Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары иҫтәлегенә арнап ҡуйылған спектаклдән ситтә ҡалмағыҙ, театр менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Артистар 29 июндә Асҡар ауылында 11.00 һәм 19.00 сәғәттәрҙә сығыш яһаясаҡ.
Р. ДАУЫТОВА.